Әбйәлил районында йәшәүсе Александр Рынжаға «Батырлыҡ өсөн» миҙалы тапшырылды

Әбйәлил районында йәшәүсе Александр Рынжаға «Батырлыҡ өсөн» миҙалы тапшырылды 03.10.2014

СССР-ҙың Юғары Совет Президиумы указы менән ул 1988-се йылда  Афған һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнергә тейеш булған. Әммә награда үҙ геройын сирек быуат ваҡыт үткәндән һуң ғына тапты. Молдавияла тыуып үҫкән Александр Ильич 80-се йылдар аҙағында илдең Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә. Ошо ваҡытта ул  "Магистраль" операцияһында ҡатнаша. Артабан  Александр Рынжа Себерҙә эшләгәнендә башҡорт ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләй. Алты йыл элек тормош иптәшенең тыуған ауылында төпләнгән ғаилә ул һәм ҡыҙ үҫтергән.

Александр Рынжа, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе: «Шымсыны ҡулға алған өсөн бүләкләнеләр. Ул көндө  рота тау башында ине,  ә беҙ БТР менән аҫта ҡалдыҡ. Төндә мине  бер һалдат уятып үлән ҡыбырҙауын әйтте. Мин шунда уҡ беҙгә һөжүм итергә теләгән шымсыны ҡулға төшөрҙөм».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку