Әбйәлил районында тиҫтәләп ауылға ташҡын ҡурҡынысы янай

Әбйәлил районында тиҫтәләп ауылға ташҡын ҡурҡынысы янай 08.04.2017

Төбәктең Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғалары, Яҡтыкүл ярҙарынан сыға ҡалһа, Таштимер, Буранғол, Йәнгел һәм Хәлил ауылы биләмәләрен һыу баҫыуы ихтимал. Быға бәйле, район үҙәге Асҡарҙа төрлө учреждение, ойошмаларҙың ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек кимәле тикшерелде.

Улар араһында ҡотҡарыу хеҙмәте белгестәре, медиктар, янғын һүндереүселәр, хатта үҫемлекселек һәм хайуандарҙы яҡлау ойошмаһы вәкилдәре лә бар ине. Бынан тыш, хәүефһеҙлек буйынса саралар планы ла барланды. Әйткәндәй, йыл башында төбәктең газ сервис ойошмаһына бар яҡлап та йыһазландырылған махсус транспорт һатып алынған.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Әбйәлил районында ҡар запасы былтырғы менән сағыштырғанда, 30 процентҡа кәмерәк. Шуға ҡарамаҫтан, ташҡын көслө булыуы ла ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика