Әбйәлил районында РСФСР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы Минислам Мирсаяповтың иҫтәлегенә мемориал таҡтаташ асылды

Әбйәлил районында РСФСР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы Минислам Мирсаяповтың иҫтәлегенә мемориал таҡтаташ асылды 13.12.2014

Минислам Нурислам улы оҙаҡ йылдар «Красная Башкирия» хужалығын етәкләй.

Телевидение фондында һаҡланған был кадрҙар 1988 йылда төшөрөлгән. Шул мәлдәрҙә үк  хужалыҡ үҙ-үҙен финанслауға күскән. Алдынғы ҡарашлы предприятие етәксеһе  фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн  төрлө йылдарҙа Ленин ордены кавалеры, «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» һәм «Халыҡтар дуҫлығы» ордены менән бүләкләнә. Хужалыҡты 1975 йылда етәкләй башлаған Минислам Мирсаяпов эшселәрҙең хеҙмәт шарттарына һәм малсыларҙың көнкүрешен яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүлә.  Тап уның тырышлығы менән 80-се йылдар урталарына предприятие алдынғылар рәтенә сыға. Ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре  гектарынан 20 центнерҙан ашыу иген йыя, һәр һыйырҙан уртаса 2 мең 714 килограмм  һөт һауып ала.
Юғары күрһәткестәргә өлгәшкән хужалыҡ ил кимәлендә лә танылыу яулай. Минислам Нурислам улының яҡты иҫтәлегенә  мемориаль таҡтаташты асыу  хоҡуғы  «Красная Башкирия» хужалығы механизаторы Фәтих Астанғәлингә һәм ауыл биләмәһе ветерандары рәйесе Мәрйәм Кашановаға бирелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика