Әбйәлил районында махсус хеҙмәттәрҙең ғәҙәттән тыш хәлдәргә һәм граждандар оборонаһына әҙерлеген тикшереү маҡсатында команда-штаб күнекмәләре үтте

Әбйәлил районында махсус хеҙмәттәрҙең ғәҙәттән тыш хәлдәргә һәм граждандар оборонаһына әҙерлеген тикшереү маҡсатында команда-штаб күнекмәләре үтте 19.09.2015

Уға һәр ауыл биләмәһе янғын һүндереү ҡорамалдары, халыҡты ғәрәсәт тураһында иҫкәртеү системалары алыуҙы хәстәрләгән, полиция, янғын һағы, ветеринария, медицина хеҙмәткәрҙәре аҙна һайын тиерлек төрлө ғәҙәттән тыш хәлде инсценировкалап, күнекмәләр ойошторған.

Мәғлүм булыуынса, 2013 йылда Әйәлилдәр тотош районды баҫҡан ташҡынды ҡорбандарһыҙ йырып сыға алды. Бында ауыл биләмәләре башлыҡтарының, халыҡтың, махсус хеҙмәттәрҙең берҙәм эш итеүе һөҙөмтәле булды. Әммә күп кенә объекттар, йорттар, юлдар зыян күрҙе, малдарҙың үлеүенә юл ҡуйылды. Шулай уҡ халыҡты иҫкәртеү системаһы булмауы бәкәлгә һуҡты. Команда-штаб күнекмәләре ошо етешһеҙлектәрҙең юҡҡа сығарылыуын күрһәтте. Бынан тыш, Асҡар-Тирмән трассаһында  махсус хеҙмәттәр ҙур юл-транспорт фажиғәһе осрағында тәүге ярҙам алымдарын барланы.  
Күнекмәләр ваҡытында төрлө социаль объекттарҙа янғын сығыу йәки террор хәүефен иҫкәртеү буйынса саралар булһа, Ҡырҙас ауыл биләмәһендә себер язваһы асыҡланыу осрағында ни эшләргә кәрәклеге эҙмә-эҙлекле күрһәтелде. Бөтә хеҙмәттәргә ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр ителгәндән һуң, урынға ветеринария станцияһы, янғын һүндереү часы, дауахана һәм башҡа кәрәкле хеҙмәттәр йүнәлтелде. Улар урында хәлдең айышына төшөнөп, кәрәкле алымдарҙы теүәл үтәне. Дөйөм алғанда команда-штаб күнекмәләре юғары кимәлдә үтте. Ул сарала ҡатнашҡан барлыҡ хеҙмәт һәм ведомстволарҙың да берҙәм эш итеүен күрһәтте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку