Әбйәлил районында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған тантаналы саралар башланды 07.05.2015

Уларҙың береһе Асҡар ауылының   үҙәк майҙанында үтте. ФЛЭШ-мобта ҡатнашҡан уҡыусылар  күмәкләп «Еңеү көнө» йырын башҡарҙы.  

Дәһшәтле йылдарҙағы кейемдәрҙе кейгән йәштәр Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын сәләмләне. Тантанаға әле районда йәшәгән 19 оло быуын вәкиленең 12-һе генә килә алған.   Ошонда уҡ еңел атлетика эстафетаһына старт бирелде. Төбәк спортсылары ҡулдарына факел тотоп барлыҡ ауыл биләмәләрен дә урам сығасаҡ. Һуңынан акция район үҙәгендәге «Хәтер» мемориалындағы «Мәңгелек ут»ты ҡабыҙыу менән тамамланасаҡ. Тантана сиктәрендә Әбйәлилдән быйыл илдең хәрби ҡораллы көстәренә алынасаҡ егеттәргә өгөт-нәсихәттәр ҙә еткерелде.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика