Әбйәлил районында 150-нән ашыу торлаҡ субсидияһы тапшырылған 26.09.2014

Былтыр 6 йәш ғаилә дәүләттән 14 миллион ярым һумлыҡ ярҙам алған.

Был программаға ауыл ерендә йәшәгән һәм бюджет өлкәһендә эшләгән кешеләр дәғүә итә алды. Уларҙың шулай уҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булыуы ла шарт ине. Ошондай ғаиләләр башланған төҙөлөштәрен тамамлау өсөн 70 процентҡа тиклем субсидия алыу бәхетенә өлгәште. Әммә быйылдан был программа ғәмәлдән сыҡты, ә уның урынына «Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» тип аталған яңы программа эшләй башланы. Бүленгән субсидиялар тәү сиратта ауыл хужалығында эшләгән һәм күп балалы ғаиләләргә бирелергә тейеш. Ошо көндәрҙә Әбйәлилдә тағы ла 14 ғаиләгә торлаҡ субсидиялары тапшырыу тантанаһы үтте. Быйыл был программа буйынса төбәккә 26 миллион һум аҡса бүленгән.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика