Әбйәлил районы советы депутаттары Рауил ауылы балалар йортонда булды

Әбйәлил районы советы депутаттары Рауил ауылы балалар йортонда булды 03.06.2017

Халыҡ һайланыусылары тәрбиәләнеүселәрҙе спорт кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итте. Балалар үҙҙәре лә яуапһыҙ ҡалманы, рәхмәт йөҙөнән матур концерт менән сығыш яһаны.

Артабан, халыҡ һайланыусылары учреждениеның тормошо менән яҡындан танышты. Балалар йортоноң көнүҙәк проблемалары, уны хәл итеү юлдарын уртаға һалып һөйләште. Әлеге ваҡытта балалар йортонда 31 бала тәрбиәләнә. Ата-әсәләр менән аңлатыу эштәре алып барыу, опека органдары менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу һөҙөмтәһендә улар кире ғаиләләренә ҡайтарыла йәки тәрбиәгә бирелә, шуға ла был күрһәткес үҙгәреп тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика