Әбйәлил районы социаль проблемаларҙы халыҡ менән бергә хәл итә

Әбйәлил районы социаль проблемаларҙы халыҡ менән бергә хәл итә 29.10.2014

Ошо көндәрҙә  Ҡырҙас ауылында  һыу  торбаларын алмаштырыу башланһа, Амангилделә  мәҙәниәт йорто ремонтлана. Төҙөкләндереү эштәре  урындағы халыҡ  башланғыстарына булышлыҡ итеү  проекты сиктәрендә алып барыла. Был программаның төп үҙенсәлеге шунда: тәҡдим  ябай кешеләрҙән сыға, финанслауҙың бер өлөшөн республика, ҡалғанын урындағы хакимиәт, бағыусылар һәм  халыҡ үҙ өҫтөнә ала.

Ҡаҙылған һәр бер метр ҡырҙастарҙың  һыу хаҡындағы хыялын ысынбарлыҡҡа яҡынайта. Сөнки 200-ҙән ашыу йорт булған ауылда һыу торбалары үткән быуаттың аҙағында һалынған. Күптән иҫкереп, тишкеләнеп бөткән  селтәрҙә авариялар ҙа йыш күҙәтелә, хәл һуңғы йылдарҙа айырыуса киҫкенләшә.  Шуға күрә лә ҡырҙастар   конкурста ҡатнашып,  ошо проблеманы хәл итергә була, ауыл халҡы башланғысты дәррәү  күтәреп ала.
Проектҡа ярашлы, ауылда 3 километрға яҡын  һыу торбалары алмаштырыласаҡ, барлығы 8 колонка, 4 янғын һүндереү гидранты  ҡуйыу ҡаралған. Төҙөкләндереү эштәре 800 мең һумға барып баҫа. Сығымдарҙың төп өлөшө республика бюджетынан  ҡапланған, 300 мең һум тирәһе аҡса район хакимиәте, бағыусылар, Ҡырҙас халҡы ярҙамында тупланған. Эште ун көн эсендә тамамлау ҡаралған. Ошо уҡ программа сиктәрендә  Амангилде ауылында мәҙәнит йорто ла ремонтлана.
Әле бында ишек-тәҙрәләрҙе алмаштырыу,  буяу-биҙәү эштәре бара.  Мәҙәниәт йорто яңырып ҡына түгел, яҡтырып та ҡалды, ти хужалар. Хәҙер бында   төрлө  тамашалар үткәрергә тулы шарттар буласаҡ.  Халыҡ тәҡдимдәре хуплау тапҡанда һәм финанс ярҙам күрһәтелгәндә күп проблемаларҙы хәл итергә мөмкин, ти әбйәлилдәр. Сөнки  ошо проект сиктәрендә райондың башҡа ауылдарында ла байтаҡ  социаль  проблемалар хәл ителгән.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку