Әбйәлил районы мәҙәниәт һарайында «Мин һәм минең ғаиләм» фестиваленең йомғаҡлау концерты үтте

Әбйәлил районы мәҙәниәт һарайында «Мин һәм минең ғаиләм» фестиваленең йомғаҡлау концерты үтте 23.05.2017

Күләмле сара мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе берләштерҙе. Конкурс ике этапта уҙғарыла, тәүгеһендә райондың 11 ауыл биләмәһендә йәшәүселәр сығыш яһаһа, һуңғы этапҡа еңеүселәр  үтә.

Инвалидтар йәмғиәте мәҙәниәт бүлеге менән берлектә ойошторған фестивалдең төп маҡсаты - мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең һәләттәрен үҫтереү, уларҙың тулы тормош менән йәшәүен, ғаилә ҡиммәттәрен ҡәҙерләүҙәрен халыҡҡа еткереү. Бәйгенең ижади өлөшөндә балалар ғына түгел, уларҙың ата-әсәләре лә йыр-моңға, бейеүгә маһирлығын күрһәтте. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре - режиссура, хореография, вокал буйынса белгестәр - һәр ҡатнашыусының сығышы ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта ижади яҡтан тулы булһын өсөн бар көсөн һала. Оҙайлы репетициялар бушҡа үтмәй. Фестиваль барышында малай-ҡыҙҙар сәхнәлә үҙҙәрен иркен тота, тамашасыларҙың көслө алҡыштары уларҙы тағы ла ҡанатландыра. Бынан тыш, конкурс шарттары буйынса һәр ғаилә ҡул эштәре күргәҙмәһен дә ойоштора. Аш-һыу бешереү оҫталығы менән таныштыра. Тәжрибәле жюри ағзалары әйтеүенсә, бәйгелә үҙ көсөңдө һынап ҡарау - үҙе бер еңеү. Шуға сәхнәгә сығыусыларҙың һәр кеме маҡтауға һәм ихтирамға лайыҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика