Бушлай консультация- юғары процентлы кредит 31.03.2017

Өфөлә  бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлыҡ салонына сәфәре бурыс менән тамамланған. Клиенттар әйтеүенсә, улар документтарға ҡул ҡуйғанда үҙҙәрен гипноз аҫтында булған һымаҡ тоя.

Мөғжизәле матрас, йомшаҡ мендәр Валентина Ивановнаның шкаф башында һаҡлана. Хужабикәнең ҡумтаны асып ҡарарға теләге лә юҡ. Әйберҙең нисек ҡулына килеп эләгеүен дә ул асыҡ ҡына хәтерләмәй. Офис хеҙмәткәрҙәре ике сәғәт бушлай әңгәмәләшкәндән  һуң ханыма матрас менән мендәр алырға күндерә.
Валентина Герасимова, Өфөлә йәшәүсе: «Пенсиям һигеҙ мең. Алтмыш алты меңде мин нисек түләргә тейеш икән. Ниндәйҙер процедуранан һуң, аңым томаланды. Үҙемде ҡайҙа һәм ни өсөн килгәнемде аңламай башланым».
Барыһы ла күҙ асып йомғансы булды, тип хәтерләй зыян күреүсе. Хеҙмәткәрҙәр  йүгереп йөрөй, хатта бергә ултырып сәй эсергә тәҡдим итәләр. Аҙаҡтан Валентина Ивановнаны ҙур сумка менән өйөнә таксиҙа ғына илтеп ҡуялар. Ханым өсөн бөтә бәлә шунан башлана ла инде, ул бер-нисә тапҡыр офисҡа барып, килешеүҙе өҙөүҙәрен үтенә, әммә ыңғай яуап ала алма.
Оло йәштәге ханым хаталы аҙым яһауына әлегәсә ышанып бөтә алмай. Хайуандарҙы хәҙер нығыраҡ яратам, улар кешеләр кеүек яһил булмай, тип зарлана. Беҙ һатып алыусынының туғандары булып, офисҡа юлландыҡ.
Башта компанияның хоҡуҡ белгесе, ғариза ун көн эсендә ҡараласағын белдерҙе. Аҙаҡ йәшерен камераны күреп, етәкселек менән һөйләшеп, тауарҙы кире алырға булды. Әммә косметика менән сауҙа итеүсе үҙәк беҙҙең ижади төркөм менән аралашыуҙан,  аңлатма биреүҙән баш тартты.
Ярты сәғәт эсендә генә алданып, мутлашыусылар тоҙағына эләгеүсе тағы ла ике ханымды осраттыҡ. Улар өсөн дә  бушлай консультация күңелһеҙ тамамланған. Кемдер матрас, икенселәре шикле процедуралар алған өсөн банкка аҡса түләргә тейеш.
Компания клиенттарын ҡабул итә. Шуға ла  зыян күреүселәрҙең тулы исемлеге әлегә билдәһеҙ. Белгестәр, күңелһеҙ хәлгә ҡалмаҫ өсөн буш вәғәҙәләргә ышанып бармаҫҡа, иғтибар һәм уяулыҡты юғалтмаҫҡа кәңәш итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика