Бурысыңды түлә лә, тыныс йоҡла

Бурысыңды түлә лә, тыныс йоҡла 04.06.2015

14 майҙан «Бурыслылар» операцияһы барышында штрафтарын түләмәүсе 850 водитель асыҡланған. Бөгөн  Өфөнөң «Спорт» туҡталышында юл хәүефһеҙлеге инспектоҙары штрафтан ҡасыусы водителдәрҙе асыҡланы.

Бөгөнгө көн мәғлүмәттәренә ҡарағанда, федераль бюджетҡа бурыс 14 миллиард һум тәшкил иткән. Юл инспекторҙары һалған шрафтар 14 миллиондан ашыу, уларҙың 3 миллион 900 меңе генә түләнгән. Был өлкәлә етешһеҙлекте кәметеү маҡсатында Эске эштәр министрлығы һәм суд инстанциялары һөҙөмтәле эшләргә тейеш.
Илдар Ихсанов, ЮХХДИ-ның Өфө ҡалаһы буйынса  йәмәғәт пропагандаһы бүлеге  етәксеһе: «14 майҙан Өфө ҡалаһында «Бурыс» операцияһы бара. Кемдәрҙең штраф буйынса бурыстары бар, улар алтмыш көн эсендә түләргә тейеш. Штрафтар был сроктан да һуңға ҡалһа, улар ике тапҡырға арта».
Юл хәүефһеҙлеге инспекцияһының үҙәк полкы коридорҙарынан халыҡ өҙөлмәй. Уларҙың һәр икенсеһе юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф күләмен асыҡларға  килгән. Ваҡытында түләмәй, вайымһыҙлыҡ күрһәтеүселәрҙең кәйефтәре шәптән түгел, сөнки ярты йылдан ашыу түләнмәгән штрафтар суммаһы ике тапҡыр артҡан.
Азат Батыршин, автоһәүәҫкәр: «Онотҡанмын түләргә, ваҡыт булманы, аҡса булманы.Хәҙер аңланым ваҡытында түләргә кәрәк икәнен, 1300 һум урынына 3000 түләргә кәрәк».
Иҡтисади күҙлектән ҡарағанда, республиканың дөйөм бюджеты - федераль һәм урындағы аҡсаларҙан сығып төҙөлә. Уның сығанаҡтарын шулай уҡ штрафтар һәм һалымдар ҙа тәшкил итә. Уларҙың  ваҡытында түләнмәүе, конверттағы эш хаҡтары дөйөм бюджетҡа насар йоғонто яһай. Һөҙөмтәлә социаль өлкәгә китә торған аҡсаларҙан ҡолаҡ ҡағабыҙ.
Константин Кузьминых, Өфө дәүләт иҡтисад  һәм  сервис  университеты доценты:
«Әгәр ҙә беҙ йылдар буйына һалымдар  һәм штрафтар йыйып өлгөрмәйбеҙ икән, был беҙҙең финанс хәлгә кире йоғото яһай. Бюджетты бүлгәндә беҙҙең республикаға юлдар төҙөү һәм башҡа социаль программаларға аҡса ла бик наҡыҫ бүленеүе ихтималлығы юғары. Шуға   башҡаларҙы ла, үҙебеҙҙе лә насар хәлгә ҡуймаҫ өсөн беҙ уны  мотлаҡ тулыландырырға тейешбеҙ».  
Иҡтисадсылар йыш ҡына: «Бурыс бурыс тыуҙыра» тип ҡабатлай. Социаль система һәм республиканың инвестиция үҫеше аҡһамаһын өсөн был күренеш  беҙҙең ерлектә тамыр  ебәрергә тейеш түгел. Уға ҡаршы тороу өсөн эске эштәр министрлығы, суд һәм һалым системаһы бер төптән эшләргә бурыслы.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика