Бурысыңды түлә лә, тыныс йоҡла!

Бурысыңды түлә лә, тыныс йоҡла! 25.11.2015

Бөгөн суд приставтары рейдҡа сыҡты. Өфөлә коммуналь хеҙмәт күрһәтеүсе  ойошмаларҙың ресурстар менән тәьмин итеүсе предприятиеларға 50 миллион һумлыҡ бурысы йыйылған. Суд приставтары уларҙың береһенең ишеген шаҡыны.

Суд приставтары инеүгә диспетчерҙан башҡа ойошмала бер кем дә ҡалмаған. Тәҙрә артындағы ҡатын уларҙы индерергә хоҡуғы булмауына һылтана. Был ойошманың Өфө инженер селтәрҙәренә 8 миллион һумлыҡ бурысы бар. Суд ҡарары буйынса приставтар уларҙың мөлкәтен тартып алырға хоҡуҡлы. Ләкин етәкселәр урында булмағанлыҡтан уларға иҫкәртмә ҡалдырылды.
Өфө инженер селтәрҙәре ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, «Адмиралъ» торлаҡ-коммуналь хужалығы ҙур бурыс йыйылыуында фатир хужаларын ғәйепләй. Ләкин рейд барышында, ойошмаға түләү өсөн квитанция тотоп бер нисә кеше инеп сыҡты.
Суд приставтары ойошманың мөлкәтенә арест та һала ала. Әле уларҙың милкендә ике фатир иҫәпләнә.
Ҡыҙғанысҡа, бурыслылар йыш ҡына ваҡытында иҫәпләшмәй. Әлбиттә, бындай осраҡтар аяныслы тамамлана. Башҡортостанда ғына суд приставтары  ун ай эсендә 3 миллиард һумдан ашыу суммалыҡ мөлкәткә арест  һалған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку