Бурысыңды түлә лә, тыныс йоҡла!

Бурысыңды түлә лә, тыныс йоҡла! 29.06.2017

Юғиһә, һалым инспекцияһы менән суд приставтары бурыслының ишеген ҡағыуы ихтимал.  Бөгөн, мәҫәлән, ведомство вәкилдәре Өфө районында йәшәүсе ирҙең өйөнә үк килде. Уның автомобилгә һалымы 100 меңдән артҡан.

Транспорт хужаһы бурысы барлығын белә, яҡын арала түләргә вәғәҙә бирҙе. Приставтар әйтеүенсә, йыш ҡына водителдәр бурыстарын түләүгә һылтанып, арест һалыныуҙан ҡасырға тырыша. Әммә ведомство вәкилдәре бурыслылар өсөн билдәле ваҡыт бирә.
Ете көн дауам иткән рейд барышында хеҙмәткәрҙәр 143 бурыслы граждандың 13 миллион һумдыҡ мөлкәтенә арест һалған. Һалым түләмәүселәр буйынса рейдтарға даими сығыу сараһы һәр ваҡыт уңышлы тамамлана, ти ведомство вәкилдәре. Күптәре урында уҡ түләй.  Хеҙмәткәрҙәр суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы сайтындағы «Башҡарыу эштәре банкы» тип исемленгән электрон сервисҡа инергә һәм Дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙамында үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы тикшерергә, бурыстарҙы ваҡытында түләргә кәңәш итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика