Бурысыңды бел дә, тыныс йоҡла!

Бурысыңды бел дә, тыныс йоҡла! 02.12.2015

Яңы йыл алдынан суд приставтары махсус акция ойошторҙо. Уның сиктәрендә халыҡ-ара «Өфө» аэропортында бурыстар тураһында мәғлүмәт биреү пункты асылды.

Өс сәғәт эсендә уның мөмкинлектәре менән 70 кеше файҙаланды.  Пассажирҙар һәм сәфәр сығыусыларҙы оҙатырға килеүселәр штраф, һалым, кредиттар һәм бюджетҡа башҡа түләүҙәре тураһында мәғлүмәт һәм хоҡуҡи кәңәш алды, идаралыҡ сайтындағы «Башҡарыу производствоһы мәғлүмәттәре банкы» мәғлүмәт сервисы менән танышты. Интернетҡа сығыу мөмкинлеге барҙа хеҙмәт ярҙамында гражданиндың, йә юридик шәхестәрҙең бурыстарын асыҡларға була. Эҙләү системаһына тәғәйен кешенең  исем-шәрифенн яҙыу ҙа етә.
Ғәзиз Йосопов, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат бүлеге етәксеһе: «Бурыстар тураһында мәғлүмәтте суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығының рәсми сайтында ла табырға мөмкин. Унда хөкөм ҡарарҙарын башҡарыу тураһында база урынлаштырылған, штраф һәм түләүҙәр тураһында мәғлүмәт даими яңыртылып тора. Был хеҙмәт менән файҙаланып бурысты онлайн режимда, йә квитанцияны баҫтырып,банкта түләргә мөмкин».

Мәғлүмәт өсөн сайт: www.r02.fssprus.ru

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика