Бурыслы водителдәр автомобилһеҙ тороп ҡалыуы ихтимал 22.04.2016

Бөгөн генә баш ҡалала «Юл приставы» аппарат-программа комплексы ярҙамында ике кешенең «Тимер ат»ына арест һалынды.

Был автомобиль хужаһына бөгөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы менән генә түгел, суд приставтары менән дә егерме минутҡа яҡын аралашырға тура килде. Трассала ҡуйылған «Юл приставы» комплексы машинаның теркәү номеры буйынса бер нисә секунд эсендә водителдәрҙең бурысын асыҡлай. Әҙһәм Әхмәҙиевтың да транспорт сараһы менән ҡулланған өсөн түләнмәгән һалымы булған. Уҙаман үҙе был яңылыҡ менән килешеп бөтмәй. «Ике йыл элек 370 һумлыҡ бирәсәгемде банк картаһынан тотоп ҡалдылар»,-ти ул.
Сираттағы водителгә иһә тиҙ арала 150 мең һум аҡса табырға кәрәк, түләүҙәрҙән ҡасып йөрөгәне өсөн уның автомобиленә арест һалынды. Ә бына ҡыҙыл төҫтәге сит ил машинаһы ҡатындың миллион ярым һумлыҡ бурысын ҡаплай алмауы ихтимал. Шулай ҙа автоһәүәҫкәрҙәр яҡын арала кредит һаҙлығынан сығырға вәғәҙәләй. Рейд барышында «Юл приставы» комплексы башҡа төр түләүҙәрҙән ҡасыусыларҙы табырға булышлыҡ итте.
Һалым инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 апрелгә ҡарата республикала күсемһеҙ милек һалымы буйынса бурыс 2 миллиард 400 миллион һум тәшкил иткән, яртыһынан күберәге транспорт сараларына бәйле.
«Юл приставы» комплексынан тыш, «мобиль эҙләү» системаһы ярҙамында ла идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡала урамдарында үҙ эшен башҡара.
Хәҙер суд приставтары кеҫә телефоны ярҙамында ла бурыслыларҙы асыҡлай ала. Бындай рейдтар башлыса парковка урындарында ойошторола. Башта машинаның теркәү номерын фотоға төшөрәләр, артабан махсус ҡушымта аша водитель хаҡында мәғлүмәт туплана. Юл ҡағиҙәләрен боҙмайынса, «Тимер ат»һыҙ тороп ҡалһағыҙ, аптырамағыҙ, бәлки, уға арест һалынғандыр.
Ошондай күңелһеҙ мәшәҡәттәргә юлыҡмаҫ өсөн ни бары бурысыңды ваҡытында түләргә кәрәк. Барлыҡ иҫәпләшеүҙәрҙе бөгөн интернет аша ла башҡарырға мөмкин. Тап шул осраҡта һеҙҙе борсоусы ла, намыҫығыҙға тейеүсе лә булмаҫ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика