Буласаҡ "Фатиха" мәсетенә беренсе таш һалынды

Буласаҡ "Фатиха" мәсетенә беренсе таш һалынды 25.07.2014

Яңы иман йорто ҡалҡа. Баш ҡалабыҙҙың Октябрь районында буласаҡ "Фатиха"  мәсетенә нигеҙ ташы һалынды. Шәйехзада Бабич урамында төҙөләсәк мәсет ҡаланың иң күренекле урындарының береһе булмаҡсы.

Ҡаланың был районында мәсет юҡ. Әлегә мосолмандарға алыҫта урынлашҡан иман йорттарына йөрөргә, йома намаҙҙарын ҡаланың икенсе осона барып уҡырға тура килә. Шуға ла Октябрь районында төҙөләсәк иман йортона халыҡ ифрат шат. Рамаҙан айында изге ғәмәлдең башҡарылыуы юҡҡа түгел. Ҡәҙер кисе көнөндә символик рәүештә булһа ла мәсеткә беренсе таш һалыу мөһим, ти халыҡ. Ике ҡатлы бинаның майҙаны 1100 квадрат метр, бейеклеге 40 метр, көмбәҙле, ике манаралы итеп планлаштырылған. Ул бер юлы дүрт йөҙҙән ашыу кешене һыйҙыра аласаҡ. Тантана талаптарға ярашлы үтте. Беренсе ташты һалғас, буласаҡ мәсет урынында аҙан яңғыраны, йыйылған халыҡ өйлә намаҙың уҡыны, тәкә салыу кеүек йолаһын атҡарҙы. Республикабыҙҙа быйыл ғына егерменән ашыу мәсет асылған. Баш ҡалабыҙҙа ун һигеҙ Алла йорто эшләп килә. Изге йорттарҙың көндән көн артыуы , халыҡтың иманға килеүе ҡыуандыра. Буласаҡ "Фатиха" мәсетенә беренсе таш һалынды. Уның проекты Иерусалимдағы "Аль-Аҡса" мәсетенә тартым, тип раҫлай төҙөүселәр. Изге йорт 2017 йылда ишектәрен асырға тейеш. Киләсәктә был төҙөк һәм йәшеллеккә бай ерҙә дини атрибутика кибете, ер аҫты туҡталҡаһы ла төҙөләсәк.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика