Булғандың ҡәҙерен белмәү

Булғандың ҡәҙерен белмәү 29.01.2015

Беҙҙең редакцияға йыш ҡына тимер юл буйында йәшәүселәр, йәйәүлеләр өсөн үткәүел булмауына зарлана. Ә бына Өфөнөң Калинин районында юл аҫты  объекты була тороп та, уның ҡәҙерен белмәүселәр бар. Сөнки объектҡа йыш ҡына вандалдар һөжүм итә. 2013 йылдың дүртенсе кварталында бында бер нисә миллион һумлыҡ ремонт уҙғарыла. Ләкин тырышлыҡ бер нисә ай эсендә  юҡҡа сыға.

Эшселәр ватылған тәҙрәләрҙе алмаштыра. Был юл аҫты үткәүелендә яңыраҡ ҡына ремонт уҙғарылған тип әйтмәҫһең дә... Стеналарҙа әҙәпһеҙ яҙыуҙар барлыҡҡа килгән, ерҙә быяла ярсыҡтары ята. Хатта, үткәүелдәге фонарҙар аҡтарылған, стеналарҙы емереп маташҡандар. Ләкин бындай насар ҡылыҡҡа кемдең ҡулы еткәнен берәү ҙә аңламай. Ремонт уҙғарыусылар яңы тәҙрәләр ҙә оҙаҡҡа етмәҫ тип ҡурҡа.
Сафия Сөләймәнова  көн һайын тиерлек үткәүел аша эшкә йөрөй. Ремонт эшләп бер нисә көн уҙыуға үткәүел танымаҫлыҡ хәлгә килә, ти ханым.
Үткәүел өсөн яуап биреүсе идарасы компанияға объектта йыш ремонт уҙғарырға тура килә. Ләкин бер тәҙрәне алмаштырыу өсөн дә Калинин район хакимиәте менән бик күп документ менән эш итергә кәрәк.
Стеналағы яҙыуҙарҙы ниндәйҙер экстремистик төркөмдәр яҙа тигән фекерҙә ҡала халҡы. Был бигерәк тә үҫмерҙәр араһында киң таралған. Ләкин тәртипһеҙлеккә ҡаршы нисек көрәшергә? Һорау хәл итеүҙе талап итә.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика