Булғанды һаҡлай белмәү 29.08.2015

Бөгөн баш ҡаланың Непейцов дендропаркына ойошма, предприятие хеҙмәткәрҙәре, студенттар отряды һәм парктың киләсәгәнә битараф ҡалмағандар ҡатнашлығында ҙур өмә үтте. Был сара Бөтә Рәсәй экологик акция сиктәрендә ойошторолдо.

Өмәселәр тәбиғәт ҡомартҡыһы һаналған биләмәне сүп-сарҙан таҙартты. Парк биләмәһе, ысынлап та ташландыҡ хәлдә. Аҙым һайын тиерлек ҡый-ҡалдыҡтар. Берәүҙәр хатта, парктың хужаһыҙ булыуын файҙаланып, гараж һәм баҙ ҙа эшләгән. 28 гектар булыуын иҫәпкә алғанда, бында 200-ләп гараж, меңәрләгән баҙ булыуы ғына ла халыҡтың паркка ниндәй ҡарашта икәнлеген күрһәтә, тигән фекерҙә ҡалды өмәселәр.
Шулай ҙа был мәсьәләгә битараф булмағандар ҙа етерлек. Бигерәк тә оло быуын вәкилдәре. Экологик акция үтте, биләмә таҙарҙы тип кенә ҡарарға ярамай, тигән ҡарашта өмәселәр. Ял итә белгәс, артыңдан йыйыштырыу һәр кем өсөн мөһим.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика