Будкалағы тормош 14.07.2017

Иглин районында 91 йәшлек пенсионер өйһөҙ аҙаплана. Бер йыл элек уның йорто янып көл-күмергә әйләнә, үҙе мөғжизә менән генә иҫән ҡала. Хәҙер пенсионер вагонда йәшәргә мәжбүр. Яңы йорт төҙөп сығырға зыян күреүсенең хәленән килмәй. Ваҡытлыса урын да Сәйҙә Хатип ҡыҙының яҙмышына битараф булмағандар тарафынан бирелгән.

Сәйҙә Хатип ҡыҙы  91 йәшен иҫке вагонда ҡаршы алырмын тип уйлап та бирмәгән. Бында уның бер-ике ҡат кейеме лә, көнкүреш кәрәк-яраҡтары. Көс-хәл менән хәрәкәтләнгән Сәйҙә Хатип ҡыҙын икенсе мәсьәлә борсой. Йәй үтеп, һалҡын көҙ, ҡыш етһә, оло йәштәге ханымдың туңыуы ихтимал.
Ауылға килеп инеү менән ихаталағы һерәйеп ҡалған бүрәнәләр Сәйҙә Хатип ҡыҙына бер йыл элек булған янғынды хәтерләтә. Хаҡлы ялдағы ханымдың иҫән ҡалыуын ауылдаштары мөғжизәгә тиңләй. Сөнки ут эсенән ул үҙе сыға алмаҫ ине, ти күршеһенең ғүмерен ҡотҡарыусы Сәғит Ҡадиров.
Биләмә башлығы Сәйҙә Хатип ҡыҙының бәләһен яҡшы аңлай. Район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Әммә яуап бер: яңы йорт төҙөлөшөнә аҡса бүленмәй. Сөнки  20-се федераль законға ярашлы, тыл ветерандарына торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса субсидия юҡ. Әлеге ваҡытта район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре тарафынан Сәйҙә Хатип ҡыҙын Көҙәй ауылындағы йорт-интернатҡа урынлаштырыу саралары ҡарала.
Айгөл Әбйәлитдинова, Иглин районының мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе: «Сәйҙә Камалетдиноваға 91 йәш. Уға торлаҡ ҡына түгел, медицина ярҙамы ла талап ителә. Шуға ла беҙ махсус йорт-интернатта йәшәүе уңайлы булыр тип уйлабыҙ».
Әммә хаҡлы ялдағы ханым үҙе төрлө яҡлы ярҙамдан баш тарта. Ул хатта, яҡын туғандарының береһе - һеңлеһендә йәшәргә лә риза түгел.
Сәйҙә Хатип ҡыҙы хатта, вагонда ла йәшәргә әҙер, бары тик тыуған ерендә, ихатаһында булһын. Оло йәштәге ханымдың балалары юҡ. Ә берҙән-бер һеңлеһенең яңы йорт күтәртеп ултыртырға хәленән килмәй. Шунлыҡтан зыян күреүсе кеше бәләһенә битараф булмаусыларға өмөт бағлай. Экранда күргән телефон һандары буйынса бәйләнешкә инеп, Сәйҙә Камалетдиноваға ярҙам күрһәтә алаһығыҙ.

8 917 405 90 26 СӘҒИТ
8-987 033 88 76 ӘЛФИӘ

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика