Британия спортсыһы велосипедта Өфөнән сәйәхәткә сыҡты 28.07.2014

Джеймс Бауттел 6 мең километр аралыҡты 45 көндә үтергә планлаштырған. Уның сәйәхәт маршруты Белоруссия, Польша, Германия, Франция һәм Испания илдәре аша үтәсәк. Был юлды Британия ҡунағы үҙенең дуҫтары менән уҙасаҡ.

Сәфәрҙәштәре уны машинала оҙатып, үҙенсәлекле сәйәхәтте видеоға төшөрәсәк. Был сәйәхәт, бәлки, Гинес рекордына инер, тигән фекерҙә Джеймс Бауттел. Спортсы сәйәхәтте юҡҡа ғына Башҡортостандың баш ҡалаһынан башламай. Уның әйтеүенсә, Өфө рекордлы велотур башлау өсөн уңайлы урын. Джеймс Баутелл, велосәйәхәтсе: <i>«Өфөлә велоинфраструктура үҫешкән. Бынан тыш, был Европаның көнсығыш нөктәһе. Шуға ла велосәйәхәт башлау өсөн бик уңайлы»</i>. Спортсы-сәйәхәтсене юлға оҙатырға ҡала хакимиәте вәкилдәре һәм урындағы халыҡ йыйылды. Күптәрҙе сәйәхәтсе спорт менән шөғөлләнергә илһамландырҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика