БРИКС һәм ШОС саммиттары тамамланыу менән баш ҡала ҡунаҡтары тыуған илдәренә ҡайтып китәсәк

БРИКС һәм ШОС саммиттары тамамланыу менән баш ҡала ҡунаҡтары тыуған илдәренә ҡайтып китәсәк 09.07.2015

Улар ҡунаҡсыл һәм тырыш  халыҡ йәшәгән Башҡортостандан ыңғай тәьҫораттар менән бергә беҙҙең оҫталар етештергән сувенирҙарҙы  алып ҡайтасаҡ. Өфөнөң  сувенир кибеттәре ҡунаҡтарға ниндәй тауарҙар тәҡдим итте? Һатыусыларға сит ил ҡунаҡтары менән сауҙа телендә аңлашыу мәсьәләһе нисегерәк тора?

Баш ҡаланың Ленин урамындағы кибеттәрҙән көнө буйы халыҡ өҙөлмәй. Улар араһында Өфөлөләр ҙә, баш ҡала ҡунаҡтары ла етәрлек. Алыҫ Бразилиянан килеүсе Луис  Вианчиҙың  иртә менән сувенир  кибетенә килеүенең маҡсаты изге - әсәһенә бүләккә Рәсәй менән Башҡортостанды хәтерләтеп торған иҫтәлекле әйберҙәр һатып алыу. Уның ниндәй тауар алырға теләүен һатыусы ла бер һүҙҙән аңлап тора.  
Луис Вианчи бәләкәй һауытта башҡорт балын, магнитҡа беркетелгән милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һынын, ағасты һырлап эшләнгән урыҫ матрешкалары һатып алған. Һатыусылар сит ил граждандары менән аралашыуҙа әллә ни  ҡыйынлыҡтар тоймай. Бары тик  инглиз телендә аралашыу кимәле түбән булыуы хаҡында үкенес  белдерә.
Айһылыу Малиновская, сувенир кибете һатыусыһы: «Һатып алыусылар башлыса инглиз телендә аралаша. Шуға ла инглиз телен яҡшыраҡ  өйрәнеү теләге ҙур. Әммә рус телен белеүселәр ҙә күп. Рус теле лә халыҡ-ара аралашыу теленә әйләнеп бара».
Вера Шипулина, Нижегородка өлкәһе Семенов ҡалаһынан килеүсе оҫта: «Башлыса ым-ишара менән аңлаталар, беҙгә ҡыйын түгел. Һәр бер һатып алыусыға йылмайып торабыҙ. Урыҫ матрешкалары бик үтемле».
Сит ил ҡунаҡтарынан сувенирҙар һатып алыуға  Бразилия вәкилдәре айырыуса әүҙемлек күрһәтә икән. Телевидение хәбәрсеһе Сауло Марече Өфө һәйкәлдәре, милли биҙәктәр менән магниттар, ваҡ сувенирҙарға өҫтөнлөк бирә.
Сауло Марече, Бразилия хәбәрсеһе: «Бөгөн тәүге тапҡыр магазинға сыҡтым. Беҙҙә һеҙҙәге кеүек  һәйкәлдәр күп түгел. Мин магниттар алдым. Ҡайтҡас, ата-әсәйемде, дуҫтарымды ҡыуандырырға теләйем».
Кибеттәр янында  БРИКС һәм ШОС саммиттарынан тыш, Башҡортостанға турист булараҡ килеүселәрҙе лә осраттыҡ. Әрмәнстан ҡунағы - Гоар Мкртчян Өфөнөң танымаҫлыҡ булып үҙгәреүен билдәләй. Быйыл ул Өфөлә үткән юғары кимәлдәге сараның шаһиты.
Гоар Мкртчян, турист: «Миңә башҡорт шәлдәре оҡшаны. Өфөлә ыңған үҙгәрештәр күп, матур һәм һоҡланғыс ҡала. Мин бында тағы ла киләсәкмен».
Ольга Искрицкая, сувенир һатып алыусы: «Миңә ошо һырғаларҙың биҙәге оҡшаны. Төҫө лә матур. Оҫтаның күңел һалып, һөйөү менән һуғарылып эшләгәне күренеп тора».
Матур һәм ҡунаҡсыл ҡала Өфөнөң үҙәк  урамындағы кибеттәрҙән халыҡ ағымы өҙөлмәүе ҡыуаныслы. Рәсәйҙең сағыу ынйыһы булған Башҡоростан  ҡунаҡтары  йылы тәьҫораттар менән бергә  рухи тормошобоҙҙо сағылдырған ҡосаҡ-ҡосаҡ сувенирҙар алып ҡайтып, илебеҙҙең яҡшы данын тотош  донъяға таратасаҡ.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку