Боронғо ҡала серҙәре 27.11.2014

Баш ҡаланың «Урал» галереяһында «Өфө-2 ҡаласығы»на арналған күргәҙмә асылды.

Беҙҙең дәүерҙең V-ХVI быуаттарындағы иң эре археология ҡомартҡыһы хаҡында тәүге мәғлүмәттәр 1953 йылда барлыҡҡа килә. Ошо ваҡыттан тарихи урын ғалимдар тарафынан етди өйрәнелә башлай. 2006 йылда ҡаҙыу эштәре башланғандан алып, боронғо ҡаласыҡта миллионға яҡын артефакт табыла. Шуларҙың бер өлөшө тәүгә халыҡ иғтибарына сығарылды. Керамика, биҙәүестәр, ҡорал өлгөләре һәм башҡа экспонаттар шул осорҙа йәшәгән халыҡтың көнкүреше хаҡында һөйләй. Күргәҙмәгә йәш рәссамдарҙың «Боронғо ҡала»ны сағылдырған һүрәттәре лә ҡуйылған. Шулай уҡ ҡаласыҡтың виртуаль проекты менән дә яҡындан танышырға була. Киләсәктә археологик ҡомартҡы биләмәһендә музей комплексы төҙөү планлаштырыла.
Гәүһәр Батталова, «Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры: «Музей бинаһынан башҡа тағы ла бер музей булырға тейеш. Ул асыҡ һауала урынлашыр тип уйлайбыҙ. Унда ювелир йорто, төрлө оҫтаханалар буласаҡ. Уларҙың барыһын да ҡабаттан төҙөп, халыҡҡа ҡайтарыу - төп маҡсат. Әгәр ҙә алдыбыҙға ҡуйған бурыстарҙы атҡарып сыҡһаҡ, баш ҡалабыҙ республиканың туристик мәккәһенә әйләнер тип уйлайым».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика