Борай районына боландар эйәләшкән

Борай районына боландар эйәләшкән 16.03.2016

Ҡырағай йәнлектәр төбәктең вольер хужалыҡтарының береһенә килтерелде. Ул былтыр йәй сафҡа ингән.

Егерҙең тауышына боландар өйрәнеп бөткән. Александр Вавилов вольер биләмәһенә етеүе була ҡыр йәнлектәре шунда уҡ ҡаршыһына саба. Ҡулға тиҙ өйрәнеүҙәрен бынан өс аҙна элек, күҙ алдына ла килтереп булманы, ти ул.
Александр Вавилов, егерь: «Вольерға көнөнә ике тапҡыр килеп урайым. Ашарҙарына һалам. Улар бала йәнле кеүек. Саҡырғанда йүгереп килә. Ҡырағай йәнлек булғанға асыҡ һауала йоҡлайҙар. Һыуыҡҡа бирешмәйҙәр. Хужалыҡ бар яҡтан да өс метр бейеклектә кәртәләнгән, шуға ла йыртҡыс хайуандарҙың инеүе икеле. Шулай ҙа һаҡ булырға кәрәк».
Йәш һәм йәш ярымлыҡ 29 баш болан Свердловск өлкәһенән килтерелгән. Әлеге ваҡытта ҡырағай йәнлектәрҙе аҫрау өсөн 10 гектар майҙан бүленгән. Уларҙы тәүлегенә ике тапҡыр ашаталар. Йәшел бесәндән тыш,  януарҙарҙы ҡатнаш аҙыҡтан да өҙмәйҙәр. Әйткәндәй, боландар менән бергә  йәше лә тулмаған як хайуаны аҫрала. Боландар үҙенә күрә түгел, ятһынып тешләүҙәре, һөҙөүҙәре лә ихтимал.
Ә күрше вольерҙа ҡабан сусҡалары аҫрала. Уларҙың һаны әле утыҙға етә. Тиҙҙән ҡабандарҙың тағы ла үрсеүе көтөлә. Тәү ҡарашҡа йорт хайуандары һымаҡ күренһә лә, уларҙың ҡырағайлығын оноторға ярамай, ти вольер хеҙмәткәрҙәре. Сөнки  аңғармаҫтан ташланыуҙары ихтимал. Был бәрәстәрҙән олораҡтары ағас араһында йәшенеп күҙәтеүе лә шуны иҫкәртә.
Вольер биләмәһендә бындай ҡоролмалар ике тиҫтәләп иҫәпләнә. Улар инә ҡабандар өсөн махсус эшләнгән. Ул хайуандың көсөкләү урыны булып тора.  Мәҫәлән, ҡыйыҡ менән ябылғаны инә ҡабан өсөн булһа, ә был тишек уның бәрәстәренә инеп-сығыр өсөн эшләнгән.
Борай районында ҡырағай йәнлек-хайуандар аҫраған вольер хужалығы күптән түгел эш башлай. Һунар өсөн генә түгел, ҡырағай йән эйәләрен үрсетеү йүнәлешендә асыла. Әлеге ваҡытта республика буйынса 123 хужалыҡ барлығы билдәле.
Борай вольер хужалығы республикала юҡҡа сыға барған ҡырағай боландар төрөн үрсетеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Маралдар борон Көньяҡ Уралда йәшәгән, әммә егерменсе быуат башында юғалған тиелә рәсми мәғлүмәттәрҙә. Һуңғы ваҡытта уларҙы аҫрау Башҡортостандың бер-нисә төбәгендә алып барыла. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына бирелгән кеүек, киләсәктә ҡырағай йәнлек-хайуандарҙы аҫрау менән шөғөлләнеүселәргә лә дәүләт ярҙамын күрһәтеү мәсьәләһе күтәрелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика