Борай районы Кәшкәләү ауылында шәжәрә байрамы ойошторолдо 24.07.2017

Ун етенсе быуат урталарында нигеҙ һалынған был ауыл тамыры буйынса ундар нәҫеленә барып тоташыусы Боҫҡон батырҙан килә.Әлеге ваҡытта ауылда 83 хужалыҡ иҫәпләнә, ике йөҙҙән ашыу кеше йәшәй.

Борай районының Кәшкәләү ауылында шәжәрә байрамы беренсе тапҡыр үткәрелде.  Байрам ошо ауылда тыуып үҫкән,оҙаҡ йылдар көнбайыш себерҙә эшләп, Өфөгә ҡайтып төпләнеүсе Рәфим Илһам улы Ғәлиәхмәтов тәҡдиме менән үткәрелә.Оҙаҡ йылдар бер-береһе менән күрешмәй Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә таралған ауылдаштар бөгөнгө байрамды түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Һәр ғаилә нәҫел-нәсәбен барлаған, шәжәрә ағасын төҙөгән. Боҫҡондан башланған ауыл  ете араға бүленгән.

Ауыл һәм район үҫеше өсөн тос өлөш индергән өлкән быуын вәкилдәре сәхнәгә күтәрелә. Уларға шәжәрә байрамының төп бағыусыһы Рәфим Ғәлиәхмәтов иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Фуат Шәйәхмәтов,Тәнзилә Солтанова,Вәсимә Ғәлиәхмәтовалар бөгөнгө ауыл йәштәренә өлгө булып тора. Улар илебеҙҙең  иҡтисади күтәрелеше өсөн арымай-талмай баҫыуҙарҙа тир түккән, мал ҡараған, сөгөлдөр үҫтергән һәм эшһөйәр, тәүфиҡле балалар үҫтерергә лә көс тапҡан.

Кәшкәләүҙәр Советтар Союзы Геройы Әхмәт Закиров, профессор Мөсәлиә Хәйруллина, беренсе тракторсы ҡатын-ҡыҙ - Рәшиҙә Солтановалар менән хаҡлы ғорурлана ала.  Оло быуын кешеләренең төп маҡсаты - йәштәргә дуҫлыҡ һәм берҙәмлек нәсихәтен еткереү

Борай районы Кәшкәләү ауылында эшһөйәр һәм сәнғәт яратыусы, моңло халыҡ ғүмер итә. Улар кино сәнғәтендә үҙ көсөн һанай, тальян гармундар эшләй. Айрат Басиров, Ирина Шәйәхмәтова,Илгизәр Ғәлиәхмәтовтар ауылда тормош йәмле һәм етеш булһын өсөн ҙур көс һала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика