Борай районы ауылдары Берҙәм Рәсәй партияһының «Реаль эштәр» проектында әүҙем ҡатнаша 29.08.2015

Бер ауылда халыҡ һыулы булһа, икенселәр шишмә тирәһен төҙөкләндергән. Хәл ителәсәк проблеманы ла урындағы халыҡ бергә билдәләй. Ауыл кәңәшмәһендә махсус комиссия  ҡатнашлығында иң әһәмиәтле мәсьәлә һайлап алынғас, субсидия бүленә.

Әнисә Нуртдинованың ҡыуанысынан күҙҙәре йәшләнә. Быға тиклем  көйәнтәләп һыу ташырға тура килһә, хәҙер эҫеһе лә, һыуыҡ һыу ҙа крандан аға.  
Ваныш -Алпауыт ауылында 400-ҙән ашыу кеше йәшәй. Йорттарҙа ҡоҙоҡ ҡаҙыу файҙаһыҙ. Шуға ла тиҫтә йылдар элек ауыл урамдарына һыу торбалары һалына. Ләкин улар сафтан сығып капиталь ремонт талап ителә. "Реаль эштәр" программаһы ярҙамында һыу үткәргес яңынан төҙөкләндерелә.
Ә Әзәк халҡы ауыл эргәһендәге шишмәнең тирә-яғын таҙартып төҙөкләндергәс, һыуға йырлай-йырлай йөрөй.
Ауыл халҡы өсөн был шишмә изге урын иҫәпләнә. Урындағы халыҡтың ата-бабалары ла тап ошонан һыу ташыр булған. Ләкин һуңғы йылдарҙа уның тирә-яғы бысрана башлаған. Проект сиктәрендә аҡса бүленгәс, уны төҙөкләндереүгә халыҡ дәррәү ҡушылған - берәүҙәр таҡта килтерһә, икенселәре финанс яҡтан ярҙам күрһәткән.
Ауылда юлдар ҙа насар. Был проблеманы проект ярҙамында киләһе йылға хәл итербеҙ тип өмөтлөнә әзәкәйҙәр. Реаль һөҙөмтәләрҙе күргәс күптәр үҙҙәре лә ярҙамға килергә әҙер.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика