Боҙ ҡуҙғалды 20.06.2016

Хәтере юғала башлаған өләсәһе ҡарамағында йәшәүсе малайҙы опека органдары приютҡа урынлаштырмау осрағы буйынса тикшереү башланған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнала беҙҙең эфирҙа Алмаз тураһында сюжет сыҡҡайны. Ижади төркөм бала йәшәгән йортҡа килгәндә ихатала уның өләсәһенә тап була. «Алмаз ҡайҙа?» тигән һорауға ҡатын «Бында йөрөй», тип яуап бирә, ләкин баланы таба алмай. Асыҡланыуынса, Фәнүзә Ғәйнетдинова ейәненең ҡайҙа булыуын иҫләмәй. Ул Алмазды өйҙә лә эҙләп ҡарай, бәлки малайҙы балалар баҡсаһына илткәнмендер тип тә фаразлай. Күршеләре лә ҡатындың онотолоп китеүен иҫбат итә. Әле прокуратура бәләкәй бала ни өсөн бындай шарттарҙа йәшәүе осрағы буйынса  тикшереү башлаған.
Илья Голубев, Өфөнөң Орджоникидзе районы прокуроры урынбаҫары: «Прокурор тикшереүе сиктәрендә бәлиғ булмаған баланың ниндәй шарттарҙа тәрбиәләнеүе, уның ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янау-янамауы асыҡланасаҡ. Шулай уҡ опека органдарының эшенә лә баһа биреләсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика