Боҙ өҫтөндә балыҡ ҡармаҡлау күптәргә сәм өҫтәй

Боҙ өҫтөндә балыҡ ҡармаҡлау күптәргә сәм өҫтәй 23.03.2015

«Уңған ветеран» ярышын ойоштороусылар март аҙағында ҡармаҡ һалыу өсөн иң хәүефһеҙ урын тип Өфө районындағы  күлдәрҙең береһен һайлаған. Бында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының  Башҡортостан буйынса баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм  ветерандары үҙ-ара көс һынашты.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында 24 йыл хеҙмәт иткән Олег Айытов балыҡсылыҡ менән күптән шөғөлләнә. Ҡаланан ситтә күңелле һәм файҙалы ял итеү өсөн ваҡытын йәлләмәй, ярышты ла уҙаман дуҫтар йыйыны тип атай.
Кемдер уңа, кемдер туңа. Ярышта  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығында эшләүселәр, хаҡлы ялдағылар йыйылғайны. Барлығы утыҙҙан ашыу кеше балыҡ тотоуҙа көс һынашты. Табыш алып ҡайтам тип бында урындарын даими алмаштырыусылар етерлек булды. Ҡармаҡ һалыу майҙансығы уңайлы, хәүефһеҙ тип иҫәпләнһә лә,  башта ул бигүк ҡабып барманы.
Балыҡ ҡармаҡлап булмаһа ла, элекке хеҙмәттәштәремде осраттым тип ҡыуана отставкалағы полковник Алексей Зайцев. Уңайлыҡтар хаҡында ла онотмаған тәжрибәле балыҡсы, палаткаһын алып килгән.
Күптәрҙе оҙаҡ ҡына күрмәгәйнем, осрашып- һөйләшеү - үҙе бер ғүмер бит. Бер беребеҙҙең хәл-әхүәлдәрен һорашып, күңелле ял итәбеҙ. Көн дә шәп, беҙҙең өсөн ҙур байрам.
Быйыл яҙ иртә килде, шуға ярышты ойоштороусылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә етди ҡараған. Әйтәйек, бәйге үткәрелгән урын ҡурҡыныс  түгел, боҙҙоң ҡалынлығы алдан уҡ тикшерелгән. Бында ул 60 см тирәһе. Шулай ҙа ҡотҡарыусылар яҙғы боҙ өҫтөнда һаҡ  булырға саҡыра.
Күрәһегеҙме, көндөҙ йылы торһа ла,  төндә ҡапыл һыуыта. Был боҙҙоң тиҙ иреүенә килтерә. Шуға балыҡҡа барғанда, хәүефһеҙлек хаҡында онотмағыҙ.  
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған бәйгелә еңеүселәр төрлө номинациялар буйынса билдәләнде.
Берәүҙәр  табышын өйөнә алып ҡайтһа, икенселәр балыҡты кире һыуға ебәрергә ниәтләй. Бына шулай. Тәбиғәт ҡосағында ял итеүҙән дә ҙурыраҡ бүләк юҡ, ти балыҡсылар.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку