Боҙло мәхшәр 12.11.2016

Һуңғы тәүлектә төрлө йәрәхәттәр менән Өфөләге травматология пунктарына мөрәжәғәт итеүселәр һаны кәмендә өс тапҡырға артҡан. Айырыуса аяҡ-ҡулдарын һындырыусылар күпләп килә. Һауа шарттары насарайыуы  һөҙөмтәһендә кисәнән алып республика юлдарында  көслө боҙлауыҡ хасил булды. Был үҙ сиратында йөҙләгән авария һәм йәйәүлеләрҙең имгәнеүҙәренә килтерҙе.

Ҡоланым. Уянһам... гипс. Билдәле совет фильмындағы ҡанатлы был һүҙҙәр һуңғы тәүлектә беҙҙең төбәк өсөн айырыуса  көнүҙәк. Сөнки боҙлауыҡ юлда төрлө йәрәхәттәр менән травматология пунктарына мөрәжәғәт итеүселәр һаны бермә-бер артты. Кисә башланған яуым-төшөм иртәнге сәғәттәргә тиклем дауам итте. Катокка әйләнгән тротуарҙар айырыуса йәйәүлеләргә ҙур мәшәҡәттәр килтерҙе.
Интернет селтәрҙәренә юлдарҙың катокка әйләнеүен күрһәткән күп кенә видеояҙмалар ҙа һалынды. Мәҫәлән,  был кадрҙарҙа билдәһеҙ егеттең Өфө урамдары буйлап конькиҙа шыуып йөрөүе күренә. Әлбиттә, үҙеңде күңелһеҙ хәлдәрҙән аралау өсөн барыһы ла конькиға баҫа алмай. Шулай ҙа таймай торған сифатлы аяҡ кейеме бындай көндәр ҙә бик тә мөһим, ти йәйәүлеләр.  
Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһындағы трамвпункт уҙған төндә генә йөҙгә яҡын кешене ҡабул иткән. Уларҙың күбеһе боҙлауыҡ юлдарҙа ҡолап аяҡ-ҡулдарын һындырған. Бынан тыш, бөгөн дә поликлинакала имгәнгән кешеләрҙән торған сират көнө буйына кәмемәне. Кеше күп булыуҙан табиптарға көсөргәнешле эш режимына күсергә тура килгән.    
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре лә һуңғы тәүлектә көсөргәнешле эшләне. Айырыуса  республика биләмәһе аша үткән федераль трассаларҙа хәл киҫкен тора.  
Һуңғы тәүлектә теркәлгән тәбиғәт мәшхәре барыһын да уйланырға мәжбүр итте. Оло быуын вәкилдәре хәтерләүенсә, бындай хәлдәр һуңғы бер нисә тиҫтә йыл эсендә теркәлгәне булмаған. Әммә тәбиғәттең үҙ ҡанундары, уларға ҡаршы кешенең үҙ аллы ғына көрәшергә хәленән килмәй. Шулай ҙа яуаплы хеҙмәттәр үҙ бурыстарын һәр ваҡыт намыҫ менән башҡарырға бурыслы.  
Синоптиктар фаразлауынса, киләһе аҙнанан  республикала көндәр һыуата байлай. Шуға ҡарамаҫтан, юлдарҙа йөрөгәндә йәйәүлеләргә лә, водителдәргә лә айырыуса һаҡ булыу кәңәш ителә. Халыҡбыҙ ҙа бит юҡҡа ғына һаҡланғанды хоҙай һаҡлар тип юҡҡа ғына әйтмәгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика