Боҙҙа һаҡ булығыҙ 28.01.2017

Республика ҡотҡарыусылары Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә ҡышҡы балыҡ тотоу менән шөғөлләнеүселәр араһында иҫкәртеү операцияһын үткәрҙе. Боҙҙа балыҡ ҡармаҡлаусылар менән осрашып хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатты.

Хивус-10 һауа яҫтығындағы катер, һыуҙа ғына түгел, көрттә лә батмай. Йылға-күлдәрҙе  боҙ ҡаплау менән балыҡсыларға ашығыс ярҙам машинаһы булараҡ та ҡулланыла. Бөгөн уның бурысы, ҡармаҡ һалыусылар янына ҡотҡарыусылар десантын илтеү. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре күҙгә-күҙ ҡарап аралашҡанда  яҡшыраҡ аңлашыла, ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов
Марат Латипов, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе: «Башҡортостанда халыҡ күпләп боҙға сыҡҡан 12 урын билдәле. Кешеләр унда балыҡ тота, төрлө ярыштар йәки башҡа саралар уҙғара. Бынан тыш, һыу ятҡылығына техника менән сыҡҡан урындар ҙа иғтибар үҙәгендә. Ҡотҡарыусылар йылға-күлдәрҙәге хәлде даими контролдә тота».
Башҡортостанда боҙҙа күңелһеҙ осраҡтар һирәк теркәлә. Шулай ҙа иҫкәртелгән - ҡораллаған тигән фекерҙә ҡотҡарыусылар. Файҙалы фекер алышыуға балыҡсылар ҙа ҡаршы түгел.
Юрий Мельников тәжрибәле балыҡсы. Ағиҙелде боҙ ҡаплау менән ул йылға өҫтөнә сыға. Саф һауала, ҡышҡы  һиллектә  балыҡ ҡармаҡлау үҙе ҙур бәхет, ти уҙаман. Әммә мәке янында уяулыҡты ла юғалтырға ярамай.
Юрий Мельников, балыҡсы: «Боҙҙа балыҡ өсөн ғүмерҙе хәүеф аҫтына ҡуйыу. Юҡ, мин әлегә быға әҙер түгел».
Ҡотҡарыусыларҙың иҫкәртеү саралары бөгөн тотош Рәсәй кимәлендә үтте. Һуңғы ваҡытта илдең төрлө төбәктәрендә балыҡсыларҙың боҙ аҫтына китеү осраҡтары йышая. Аңлатыу эштәренең төп маҡсаты ла мәкегә ҡармаҡ һалыусыларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу, ғәҙәттән тыш хәлдән үҙаллы ҡотолоу юлдарын да өйрәтеү.
Боҙ өҫтөндә ғәҙәти һунар  саңғыһы ла ҡотҡарыу сараһына әйләнә. Ҡармаҡтан тыш үҙең менән  ҡалын бау, йә арҡан алыу хәйерле. Ҡышҡы ял күңелһеҙ тамамланмаһын өсөн  хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим, ти ҡотҡарыусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика