Благовещен районының эре предприятиелары үҙҙәрен борсоған экологик проблемаларҙы хәл итеүҙә берләште

Благовещен районының эре предприятиелары үҙҙәрен борсоған экологик проблемаларҙы хәл итеүҙә берләште 10.07.2014

Бөгөн урындағы власть менән район биләмәләрендә урынлашҡан заводтар араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Быйыл һәм алдағы йылда төбәктә экологик хәлде яҡшыртыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек сиктәрендә 400 миллион һум аҡса тотоноу күҙаллана. Үҙ сиратында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге ҡануниәтте нығытырға вәғәҙә итә. Яңы проектта экологияны яҡшыртыу эшенә эшҡыуарлыҡ тармағын ылыҡтырыу тураһында һүҙ бара.

Рөстәм Мосабиров, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты: «Республикала экологик хәлде яҡшыртыу өсөн таҙартыу ҡоролмалары төҙөргә, был эшкә эшҡыуарҙарҙы йәлеп итергә һәм башланғысты закон нигеҙендә нығытырға кәрәк».
Руфина Шәһәпова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты: «Эшҡыуарҙар тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә ыңғай һәм яуаплы ҡараһын ине. Беҙ был өлкәлә бергәләп уйлашырға һәм бизнес вәкилдәренә отошло механизмдар табырға тейешбеҙ».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку