Благовещен районында ла юл менән бик сетерекле хәл

Благовещен районында ла юл менән бик сетерекле хәл 29.01.2017

Биштин ауылы аша үтеү өсөн 150  һум аҡса түләргә кәрәк. Урындағы эшҡыуар шлагбаум ҡуйып Мишкә районы Байтур ауылына  юл йөрөүселәрҙән хаҡ ала башлаған.

Урау юл бар барлығын, әммә уның аша йөрөү өс сәғәткә һуҙыла, ти урындағы халыҡ. Тура юлдан бер сәғәт тә бит, ләкин  ҡиммәткә төшә. Юл йөрөүселәргә ваҡыт ҡәҙерлерәкме, әллә аҡсамы һайларға тура килә.
Ә ҡыш көнө тура юл был урындан булмаған да. Эшҡыуар уны үҙе таҙартып алған. Техника йөрөтөүгә киткән сығымдарҙы юл йөрөүгә хаҡ алып ҡапларға булған. Тура юл рәсми теркәлмәгән. Урындағы хакимиәттең уны таҙартырға ниәте лә юҡ. Ә бына эшҡыуар таҙалап алғас, киреһенсә, бәйләнергә тотонған.
Ауылдың исеменә иғтибар иткәндә был бизнес төрө элек-электән булған. Ул ваҡыттағы аҡсаның баһаһын иҫәпкә алғанда, хатта, бик ҡиммәт тә түләгәндәр кеүек. Халыҡтың реакцияһын да аңлау мөмкин түгел. Түләргә теләмәйһең икән рәсми, әммә урау юлдан рәхим ит. Бер һүҙ менән әйткәндә, ит изгелек, көт яуызлыҡ. Ул арала ризаһыҙ халыҡ прокуратураға ошаҡлап шлагбаумды алдыртҡан тинеләр. Хәҙер был юлды береһе лә таҙартмаясаҡ. Һәм тағы ла урау юлдан йөрөй башларҙар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика