Благовещен ҡалаһында эшҡыуар шәхси йортта балауыҙ шәм етештереүсе цех асҡан

Благовещен ҡалаһында эшҡыуар шәхси йортта балауыҙ шәм етештереүсе цех асҡан 10.08.2016

Ленин урамында йәшәүселәр  ауыр еҫкә зарлана. Улар  урындағы хакимиәт, прокуратура һәм башҡа инстанцияларға мөрәжәғәт иткән, әммә һөҙөмтәһе юҡ.

Күршеләр көҙгө әтәстәр  кеүек. Низағ алты йыл дауам итә. Бөтә бәлә- Кирилл Салагаевтың ҡасандыр ҡәйнәһе йәшәгән йортта  балауыҙ шәм етештерә башлауы.   Уға умарта продукцияһын тапшырыусылар эшҡыуарҙы яҡлай, ә эргәлә йәшәүселәр ауыр еҫкә зарлана.
Владимир Бойко, Ленин урамында йәшәүсе:  «Урамға ауыр еҫ тарала. Бында пенсионерҙар, балалар йәшәй. Тын алыр хәл юҡ. Беҙ был мәсьәлә менән һәр инстанцияға биш-алты тапҡыр мөрәжәғәт иттек. Һөҙөмтәһе юҡ. Суд булды. Административ штраф яҙыу менән генә сикләнәләр».
Урындағылар әйтеүенсә, балауыҙ иреткәндә эшләгән ҡоролмалар көслө тирбәлеү барлыҡҡа килтерә. Күршеләрҙең гараждары урынынан шылған, йорттар дер һелкенеп тора.
Александр Брыляков, Ленин урамында йәшәүсе: «Шәм етештергәндә  станоктар эшләй. Уларҙан көслө вибрация  килә. Мин ҡаршыла ғына йәшәйем, аш бүлмәһендә  ҡашығаяҡ һелкенә башлай. Ҡыш көндәрендә станоктар тәүлек әйләнәһенә туҡтамай».
Ысынлап та, таралған еҫтән күңел болғанырлыҡ. Улай ғына түгел, төтөн менән бергә балауыҙ эргә- тирәләге  баҡсаларҙағы йәшелсәлргә ҡуна, тәҙрә асһаң ул өйгә тула. Шәм етештерелгән йортҡа үтәбеҙ. Тоҡтар,сеймал өйөлөп ята. Беҙҙе  ике эшсе ҡаршы алды. Ҡуш-ҡуллап түгел, әлбиттә.
Етештереү объекттары кешеләр йәшәгән урындан кәмендә 50 метр йыраҡлыҡта урынлашырға тейеш. Был норма үтәлмәй икән, тейешле саралар күрелеүе шарт.
Благовещенда йәшәүселәрҙең мөрәжәғәте бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалған тип әйтеп булмай.  Бөтә  Рәсәй халыҡ фронты  уны үҙ күҙәтеүенә алған.
Заһир Хәкимов, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының экология һәм тирә яҡ мөхит мониторингы һорауҙары буйынса эшсе төркөмө етәксеһе: «Беҙ эшҡыуарҙың үҙенә шылтыраттыҡ. Уның белдереүенсә,  хакимиәт цехты икенсе ерҙә асыу өсөн ер бүлеп бирәсәк».  
Билдәле булыуынса,  продукция ҙур һорау менән файҙалана. Урындағы сиркәү, республикалағы епархияларға оҙатыла, шулай уҡ сит өлкәләрҙән дә  килеп алалар. Был балауыҙ шәмдәрҙе христиан динендә әрүахтар тыныслығы өсөн яндыралар.Ленин урамында тыныслыҡ урынлашырмы, ваҡыт күрһәтер.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика