Благовар районының Иҫке Күсәрбай ауылында йәшәүсе Хәмәҙийәровтар өлгөлө ғаиләләрҙең береһе 07.01.2015

Улар ауылда эш юҡ тип зарланмай, үҙҙәренең хужалыҡтары ярҙамында донъя көтә.

Ғәҙилә Хәмәҙийәрова йырлай-йырлай һыйыр һауа. Һөттөң үҙҙәренә етерлеген алып ҡалһалар, ҡалғанын шәхси эшҡыуарҙарға тапшыралар. Ауылда һөт тапшырып табыш алыусылар күп, ти хужабикә.
Ғаилә башлығы Илдус Хәмәҙийәров кредитҡа автобус алған. Эшҡыуар баш ҡалаға пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнә.
Ғаиләлә ике бала үҫә. Өлкән ҡыҙҙары университетта белем алһа, кинйәләре Ильяс  мәктәптә уҡый. Үҫмер спорт менән шөғөлләнә. Киләсәктә хоккейсы булырға хыяллана.
Хәмәҙийәровтар хужалыҡ эштәренән ял итеү өсөн Иҫке Күсәрбай урта мәктәбе ойошторған төрлө конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Ошондай сараларға  татыу ғаилә үҙҙәре тураһында үҙенсәлекле видеояҙма ла әҙерләгән.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика