Благовар районында йәшәүсе 6 йәшлек Тимур Ғәлиев тыумыштан балалар церебраль фалижынан яфалана

Благовар районында йәшәүсе 6 йәшлек Тимур Ғәлиев тыумыштан балалар церебраль фалижынан яфалана 18.11.2014

Мәскәүҙә дауалау курсы үтеү өсөн ғаиләгә яңы йылға тиклем  366 мең һум күләмендә  аҡса табырға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғәлиевтар был сумманы үҙ аллы күтәрә алмай. Өҫтәүенә, яңыраҡ улар ауыр юғалтыу кисергән. Баш ҡалаға дауалау курсына йүнәлер алдынан балаһының сәләмәтлеге өсөн көрәшкән әсәнең йөрәге тибеүҙән туҡтай. Ауыр тормош һынауын үткән ғаилә бөгөн мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж.

Тимур үҙ аллы хәрәкәт итә алмай. Шуға ҡарамаҫтан, яҡшы кәйефен йылмайыу аша сағылдыра. Ә ағаһы ҡулындағы иң яратҡан уйынсығын ишаралап һәр ваҡыт эргәһенә һалыуҙарын һорай. Балаға тыумыштан церебраль фалиж диагнозын ҡуйғандар. Ул бөгөн сабый хәлендә, атлай ҙа, ултыра ла алмай. Әсәһе менән улар дауалау курсы үтер өсөн 13 ноябрҙә Мәскәүгә осорға тейеш була. Әммә әсә йөрәге төндә тибеүенән туҡтай.
Эльза Ғәлиева, Тимурҙың апаһы: «Исмаһам, үҙ аллы ултырһын, бәлки, аяҡҡа баҫыр тип әсәйем Тимур өсөн ныҡ тырышты, дауаханалар юлын йыш тапаны. Юлға сығыр төндә йөрәк өйәнәге тотоу сәбәпле, ул беҙҙең аранан китте. Тимур хаҡына әсәйебеҙҙең иң ҙур теләген тормошҡа ашырырға теләйбеҙ. Тәүҙә Мәскәүгә, артабан Ҡытайҙа дауаланырға ниәт бар».
Диагноз менән риза булмаусы әсә интернет селтәрендә сирҙе еңгән әсәләр менән аралаша, махсус төркөм асҡан була. Әсәйебеҙҙең тырышлығы менән Тимурға тип яҡташтарыбыҙ Австралиянан инвалид коляскаһын да ебәрҙе, тип бүлешә ҡыҙҙары. Барлыҡ аҡсаһын дауалау курстарына йүнәлткән ғаилә өсөн бүләк урынлы була. Барлыҡ тормош мәшәҡәттәре хәҙер ике бәлиғ булмаған бала тәрбиәләүсе атай иңенә ятҡан. Ул бөгөн бар ваҡытын балалары менән үткәрә. Дауалау өсөн аҡса эшләү мөмкинлеге юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, Тимурҙы аяҡҡа баҫтырыу хыялы менән яна. Ғаиләгә теләге булған һәр кем ярҙам итә ала. Бының өсөн 3116 һандарына инглиз хәрефтәре менән «дари 50» һүҙҙәрен яҙып ебәреү ҙә етә. Улар араһында мотлаҡ ара ҡалдырылырға тейеш. Бер смс хәбәр хаҡы - 50 һум. Шулай уҡ ғаилә менән бәйләнешкә инергә мөмкин. Бер смс хәбәр ҙә кеше ғүмерен ҡотҡара ала. 3116 һандарына - dari 50. Бәйләнеш өсөн телефон: 8 965 65 86 944.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика