Битарафлыҡмы, әллә ҡануниәттәге ҙур хатамы?

Битарафлыҡмы, әллә ҡануниәттәге ҙур хатамы? 19.08.2015

88 йәшлек ҡатын, Һаҡлыҡ банкында  махсус иҫәпкә һалынған аҡсаһын кире ҡайтарыу өсөн көрәшә. Финанс учреждениеһының тупһаһын тапау һөҙөмтәһеҙ, әммә ғәҙеллек булырға тейеш. Утыҙ йыл самаһы элек ҡалдырылған аҡсаны кире ҡайтарып булырмы?

Оло йәшкә еткән ханым документтар араһында һаҡлыҡ кенәгәһен эҙләй. Бына нисәнсе көн инде таба алмай йонсойом, ти ул. Лариса Баязитова өсөн был ҡағыҙ биттәре алтынға торошло. Әлеге мәлдә Үзбәкстанда йәшәгән ҡатын тыуған яғы Ишембайға бер нисә көнгә генә килгән. Педагогия училищеһын тамамлағас, 20 йәшлек ҡыҙҙы сит республикаға эшкә йүнәлтәләр.

Үзбәкстанда 40 йылға яҡын башланғыс синыф уҡытыусыһы булып эшләгән ҡатын бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнә. Тормош иптәше лә тырыш булып сыға. Ғаиләлә эш хаҡы бәрәкәтле тотонолғас, ҙур ғына сумма туплана. Ни тиһәң дә, утыҙ йыл самаһы элек 7 мең һум –  үҙе бер байлыҡ иҫәпләнә.  Был аҡсаны Ишембайҙа банкка һаҡлыҡҡа ҡалдырыу ғына баш бәләһенә әйләнә. Хәҙер Лариса Баязитоваға финанс учреждение хеҙмәткәрҙәренең яуабы бер – ул Рәсәй гражданины түгел. Ә бит ханым СССР-ҙың тарҡалыуында ғәйепле түгел!
Шулай ҙа Лариса Баязитова бер минутҡа ла ышанысын юғалтмай. Хәҙер ул сит ил гражданины тип һаналһа ла Рәсәйҙең Һаҡлыҡ банкында асылған иҫәп кенәгәһендәге сумма бөгөнгө аҡса менән ике-өс тапҡырға күберәк булырға тейеш. Был матди ярҙам менән Үзбәкстанда яңғыҙ ҡалған ҡатын күптәнге хыялын да тормошҡа ашырыр ине...
Ҡыҙғанысҡа, эскерһеҙ ҡатынға хаҡлы ялда ла тыныслыҡ юҡ. Хәйер, аҡса уның өсөн мөһим түгел, ғәҙеллек тантана итһен.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку