Биш мең төп ағас үҫентеһе

Биш мең төп ағас үҫентеһе 30.04.2016

Ауырғазы районында, «Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу» көнө айҡанлы ылыҫлы урманға нигеҙ һалынды. Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре Стәрлетамаҡ урман хужалығы биләмәләрендә лә эштәр башҡарҙы. Был ураман тергеҙеү миҙгеленең башы ғына.

Альбина Йосопова, Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте:  «Быйыл урман тергеҙеү эштәре 12 мең гектарҙа, яһалма рәүештә урман тергеҙеү-7 гектар майҙанда ҡаралған. Был эштәр Әлшәй, Архангел, Маҡар һәм Стәрлетамаҡ урман хужалыҡтарында тамамланған».
Бынан тыш ведомство етәкселәре Республикала янғындар йышайыу осоронда, яҙғы ҡоро миҙгелдә   урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен  теүәл үтәү кәрәклеге хаҡында иҫкәртә. Был осорҙа ҡоро үләнгә  шырпы һыҙылмаҫҡа тейеш. Үткән йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда төбәктә 43 урман янғыны теркәлгән. Уларҙа  163 гектар урманға зыян килә. Учалы урман хужалығы биләмәһендә генә 2 янғыны һүндерелгән. Белгестәр урманда ут сығыу осрағын абайлау менән төбәк диспетчер хеҙмәтенең: 218-14-14  һәм урман һаҡлау   хеҙмәтенең : 8-800-100-94-00 телефондарын йыйырға кәрәклеге  хаҡында иҫкәртә. Үҙегеҙҙең исем-шәрифтәрегеҙҙе күрһәтеү мотлаҡ түгел.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика