Биш балалы ғаилә торлаҡһыҙ урамда ҡала

Биш балалы ғаилә торлаҡһыҙ урамда ҡала 20.07.2015

29 июндә Шишмә районының Каветка ауылында йәшәүсе Мөъминовтар ғаиләһе йортонда электр сымдарында ҡыҫҡ аялғаныш арҡаһында янғын сыға.

Мөъминовтар был йортто баҡса биләмәһендә бынан дүрт йыл элек төҙөп ингән. Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөүсе Ришат, йорт ҙур ғаиләгә йәшәү өсөн уңайлы булһын өсөн, матди сығымдарҙы ла, тырышлығын да йәлләмәгән. Ике ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында ҡунаҡ ,бойлер бүлмәләре, бассейн һәм сауна урынлаштырған. Әммә йүнсел хужаның тыршлығынан  бер көн килеп көл-күмер өйөмө генә тороп ҡала.

Йорт хужабикәһе Лариса Мөъминова янғын тиҙ арала бөтә донъяны көл-күмергә әйләндерер, тип башына ла килтермәй. Телевизорҙары төтәп тоҡанып киткәс, ул янғынды үҙаллы һүндереп ҡарай. Телефондан янғын һүндереү хеҙмәтен йыйғанда ғына ул хәлдең аяныслы икәнлеген аңлай.

Ларисаның тормош иптәше Ришат ҙур янғынға тарығансы күпләп ошондай  стабилизаторҙар ҡулланған. Был һуңғыһы машина салонында запаста ятҡаны.

Шишмә районы хакимиәтендә күмәк балалы Мөъминовтарҙың ауыр томош шарттарын еңеләйтеү өсөн махсус ҡарар ҡабул ителгән. Көнкүреш, бәлиғ булмаған балаларын балалар баҡсаһына, өлкәндәрен бюджетлы уҡыу йорттарына урынлаштырыу мәсьәләләре ыңғай хәл ителгән.

Янғында зыян күреүсе ғаилә миһырбанлы һәм оло йөрәкле кешеләр ярҙамына мохтаж. Күмәк бала тәрбиәләүсе Мөъминовтарға матди ярҙам күрһәтеү өсөн сбербанкта асылған махсус иҫәп: Мөъминов Ришат  һаҡлыҡ банкында махсус иҫәп: 43 307 810 7 0600 82 61 693. Бәйләнеш өсөн телефон:  8-927-300-53-55.

Каветка ауылында йәшәүселәр Мөъминовтарҙың аяныслы фажиғәгә тарыуының сәбәбен яҡшы аңлай. Улар үҙҙәре лә     электр  сымдары көсөргәнешенән беренсе йыл ғына зыян күрмәй. Йорт техникаһы, ут тоҡаныуы улар өсөн ғәҙәти күренешкә әүерелеп бара. Яңы трансформатор 2015 йылдың беренсе кварталында алыштырылырға тейеш була. Халыҡ бер тауыштан электр утын таратыусы трансформаторҙы алыштырырға кәрәк, тигән фекер яҡлы.

Мария Рой, Каветка ауылында йәшәүсе: «Өсөнсө көн китап уҡып ятҡанда ла ут бер янып,бер һүнеп аптыратты. Ун йыл элек үҙебеҙҙеңтелевизор янып китеп йорт ҡап-ҡара һөрөм булды .Бөтәһенә лә электр сымдарындағы юғары көсөргәнеш сәбәпсе».

Наталья Сафронова, Каветка ауылында йәшәүсе: «Беҙҙең ауыл эсендә электр көсөргәнешлеге даими күҙәтелә.Төнгөлөккә бөтә техниканы ла  янып ҡуймаһын тип һүндереп ҡуям».

«Башкирэнерго» яуаплығы сикләнгән йәмғиәтендә Шишмә районының Каветка ауылында килеп тыуған хәл тураһында хәбәрҙарҙар. Улар килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын түбәндәгесә дәлилләне.

Фәрит Ибраһимов,  «Башкирэнерго» яуаплығы сикләнгән йәмғиәтенең үҙәк электр селтәрҙәре директоры: «Был ауыл халҡынан электр селтәрҙәрендә көсөргәнеш етмәүе хаҡында мөрәжәғәт булды. Унан һуң беҙҙең хеҙмәткәрҙәр электр селтәрҙәрендәге көсөргәнеште тикшерҙе. Ауыл халҡының үтенестәрен тағы бер тапҡыр тикшерергә әҙермен. Был  үҫә торған район».

Каветка ауылы халҡы һуңғы биш йыл эсендә бында  йәшәүселәр һаны өс тапҡырға артыуын дәлилләй. Тимәк, электр приборҙары менән ҡулланыу ҙа ошо сама артҡан. Башҡалар ҙа күп балалы Мөъминовтар кеүек урамда ҡалмаһын өсөн электр тәъминәтендә етешһеҙлектәрҙе мөмкин тиклем тиҙерәк бөтөрөү зарур.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку