Билмән бөрөү буйынса Бөтә Рәсәй флешмобына Өфө лә ҡушылды

Билмән бөрөү буйынса Бөтә Рәсәй флешмобына Өфө лә ҡушылды 01.02.2016

80-дән ашыу кеше  ике сәғәт эсендә ике меңдән ашыу билмән эшләне.

Һәр минут ҡәҙерле. Ике сәғәт эсендә кем күберәк билмән эшләп өлгөрә? Флешмобта Рәсәйҙең 60-тан ашыу ҡалаһы ҡатнашты. Өфө данын яҡларға Илбәковтар ғаиләһе лә килгән.
Ағинәйҙәрҙең ҡулына күҙ ҙә эйәрмәй.  Элек ҡышҡы кистәрҙә күмәкләп йыйылып билмән яһау күркәм йола була торғайны,  тиҙәр.  
Билмән бөрөүҙең үҙ нескәлектәре. Бешергәндә иҙелмәһен өсөн ҡамырын дөрөҫ баҫырға,  тигеҙ итеп  йәйергә кәрәк. Йәймә йәйеүгә ир-егетттәр ҙә йәлеп ителде. Флешмобта ҡатнашыусыларҙы  оҫталар  ҙа өйрәтеп торҙо.
Билмәндәрҙе үҙенсәлекле формала бөрөү  ижад кешеләре өсөн айырым бер ҡыуаныс. Һәр кем үҙ фантазияһын ҡушырға тырышҡан.
80-дән ашыу кеше ике сәғәт эсендә  2085  билмән эшләне. Байрам һуңында һәр кем тәмле ризыҡтан  ауыҙ итте.
Билмән бөрөү күңелле байрамға әүерелде.
Сарала ағинәйҙәр заманса  флешмоб  бейене.
Факиһа Ишҡыуатова моңло йырҙары менән ҡыуандырҙы. Тәмле билмән еҫтәре таралған ашхананы ҡурай көйҙәре  лә йәмләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку