Бейеүсе торналар Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын ҡыуандыра 08.07.2017

Бөгөн Рәсәйҙә билдәләнгән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан Сипайлово биҫтәһендә парлы ҡоштарҙы һынландырған скульптура барлыҡа килде. Октябрь районы хакимиәте тәҡдиме менән популяр ял итеү урынын нисек итеп төҙөкләндереүҙе кешеләр үҙҙәре хәл иткән.

Күп варианттар араһынан улар Хәлит Ғәлиуллиндың архитектур композицияһына өҫтөнлөк биргән. Халыҡтың ниәттәрен бойомға ашырыу өсөн скульпторға бер ай самаһы ваҡыт талап ителгән. Торналар эргәһендә йәйәүлеләр өсөн юл да эшләнгән.  Был матурлыҡты тыуҙырыуҙа эшҡыуарҙар ҙа финанс ярҙамы күрһәткән. Парлы ҡоштар айырыуса йәштәрҙең яратҡан ял урынына әйләнер тип көтөлә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика