Аҙна яңылыҡтары. Әбей-бабайҙарҙы, инвалидтарҙы – ғаиләгә

Аҙна яңылыҡтары. Әбей-бабайҙарҙы, инвалидтарҙы – ғаиләгә 27.11.2016

Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары ошо туралағы закон әҙерләй. Проект беренсе уҡыуҙы үткән дә инде. Халыҡ һайланыусылары фекеренсә, ҡарауһыҙ ҡалған был категория граждандар лайыҡлы тәрбиә, иғтибар һәм ғаилә йылыһы күрергә тейеш. Ә уларҙы ҡараусыларға 6 мең ике йөҙ һум күләмендә аҡса вәғәҙә итәләр.

Депутаттар ҡоро документ әҙерләне лә вәссәләм! Тик бына мәсьәләнең башҡа яҡтары ла бар бит әле. Кешенең эске тәрбиәһе, күңеле һәм шул уҡ теләге. Йәғни, ҡарттар менән инвалидтарҙы мәжбүри рәүештә генә ғаиләләргә урынлаштырып бөтөп булырмы? Закон шуны күҙ уңында тоталыр инде, моғайын. Сығым талап иткән социаль учреждениеларҙы бөтөрөргә. Тик бына шул уҡ әбей-бабайҙарҙың үҙҙәренән һорарға оноттоҡ. Улар бит барыһына ла күнгән балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе түгел. Күпте күргән, күпте кисергән. Ә беҙ һораныҡ.
Нәзирә Ғәлимова бейәләй-ойоҡбаш бәйләп, күңелен йыуата. Оло йәшкә еткән ҡатын ҡул эштәрен балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә Яңы йыл бүләге итеп ебәрергә теләй. Яңғыҙлыҡтан  арып, ул үҙе лә Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатына төпләнгән. «Бында көн дә һөйләшер, кәңәшләшер дуҫтарымды таптым»,-ти ханым.
Ҡараусыһыҙ ҡалған, балалары, тыуған-тумасаһы булмаған өлкәндәрҙең йөрәк әрнеүҙәрен аңларға була - ҡарттар йортонда уларҙы уртаҡ ҡайғы -  яңғыҙлыҡ берләштерә. Шулай ҙа инәй-бабайҙар киләсәктә яңынан атай-әсәй, өләсәй-олатай  булыу тойғоһон кисерә аласаҡ. Әгәр ҙә Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары яңы закон проектын ҡабул икән осраҡта... Документ үҙ көсөнә инһә, «етем» ололарҙы тәрбиәгә алыу мөмкинлеге бирелә. Ҡабул итеүсе ғаиләгә ай һайын 6 мең 200 һумлыҡ матди ярҙам да күрһәтеләсәк. Бынан тыш, улар ҡарауға алынған кешегә бүленгән пенсияның бер өлөшө менән дә ҡуллана аласаҡ.
Ҡабул итеүсе ғаиләләр хаҡында ишеткәс, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 2-се төркөм инвалиды Мәсәбих Минһажев та шик-шөбһәһен белдерҙе. «Икенсе кешегә бәлә булып барғансы, ҡарттар йортонда ҡалыуың мең яҡшы»,-тигән ҡарашта уҙаман.
Япа-яңғыҙ ҡалған оло кешене, йә инвалидты ҡарауға алырға теләүсе ғаиләләр менән урындағы опека һәм попечителлек  органдары эшләйәсәк. Был закон проекты буйынса өлкәндәрҙең шәхси мөлкәтенә  дәғүә итеп булмаясаҡ, хәйер, айлыҡ түләүҙәр йыл һайын индексация үтәсәк. Документтың тәүмаҡсаты - ғаилә институтын тергеҙеү, өлкәндәргә йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу.
Шулай ҙа Венер Яҡупов ҡарттар йортонан китергә бер ҙә уйламай. Гармун моңдары менән ул бында йөҙҙәрсә кешенең кәйефен күтәрә, йәшлек йылдарына алып ҡайта. Илдең иҡтисади хәле бер-ике йылдан яҡшырасаҡ, шуға закон проекты тормошҡа ашмаҫ документ,  тигән фекерҙә ул. Депутаттарҙың ни өсөн был аҙымға барыуын да яҡшы аңлай.
Шулай ҙа белгестәр фекеренсә, закон үҙ көсөнә инһә лә ҡарттар һәм инвалидтар йорттары юҡҡа сыҡмаясаҡ. Әлегә илдең 27 төбәгендә ҡарауһыҙ ҡалған ололарҙы тәрбиәгә алырға була. Был проекттың тормошҡа ашырыла башлауы илдәге иҡтисади тотороҡһоҙлоҡтан бигерәк хеҙмәт йәшенән өлкәнерәк граждандарҙың йылдан-йыл күбәйеүенә бәйле. Башҡортостанда социаль хеҙмәт менән ҡулланыусылар һаны 2008 йылдан 2015 йылға тиклем генә 70 процентҡа артҡан.
Николай Никитин, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе: «Бөгөн республикала 8 меңдән ашыу кеше стационар шарттарҙа социаль хеҙмәт менән ҡуллана. Был һандар йыл да үҫеүгә табан бара. Шуға ла был закон проектының мөһимлеге көн кеүек асыҡ. Япа-яңғыҙ ҡалған өлкәндәр ғаилә шарттарында йәшәһә, был бит йәмғиәттең гуманлы булыуын да күрһәтәсәк. Ташландыҡ бесәй, эттәрҙе йәлләп ҡарауға алабыҙ, ә күршелә йәшәгән оло йәштәгеләрҙең проблемаларын урап үтәбеҙ. Беҙ был ҡарашты ҡайтанан  үҙгәртергә тейешбеҙ».
Ә оло йәштәгеләргә бәхетле булыр өсөн күп тә кәрәк түгел. Ни бары иғтибар һәм ихтирамға ғына мохтаж улар. Шуға ла был закон проекты ғәмәлгә инһә, яңғыҙҙарҙың яҙмышына ҡот ҡуныр тигән өмөт бар. Уларҙың балаларса бер ҡатлы, эскерһеҙ  йөрәгендә лә бит киләсәккә ышаныс төпләнгән! Ҡабул итеүсе ғаиләләр генә был аҙымға аҡса артынан ҡыуып түгел, ә тәү сиратта, ярҙам итеү ниәте менән барһын ине.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика