Бетон плиталар ҡоршауы аҫтында

Бетон плиталар ҡоршауы аҫтында 10.03.2016

Өфөлә тиҫтәләрсә кешегә бетон плиталар аҫтында ҡалыу ҡурҡынысы янай. Өс йыл элек шәхси секторға терәтеп тиерлек күп ҡатлы йорт төҙөлөшө башлана. Ошо арҡала күршеләге шәхси йорт стеналарында  ярыҡтар хасил була, майҙан сүп-сар өйөмө менән тула.

Бәләкәй Арсений ышаныслы итеп шығырлап торған бәүелсәктә бәүелә. Уны малайға атаһы ҡороп биргән. Әммә һуңғы ваҡытта сабыйға балалар майҙансығында яңғыҙ уйнарға рөхсәт итмәйҙәр. Майҙанда төҙөлөш краны урынлаштырылған.
Андрей Старухин, Жуковский урамының 21-cе йортонда йәшәүсе: «Бында шул тиклем хәүефле. Метр арауыҡта төҙөлөш бара. Унан кирбес тә башҡа төҙөлөш материалдары ла килеп төшөүе ихтимал».
Жуковский урамында күп ҡатлы йорт бынан өс йыл элек төҙөлә башлаған. Төҙөүсе компания шәхси йорттарҙа йәшәүселәргә уңайлы шарттарҙа күсерергә вәғәҙәләгән. Әммә ул ҡоро һүҙҙә генә тороп  ҡалған. Ергә свай ҡағыу һөҙөмтәһендә былай ҙа иҫкереп барған йорттарҙың стеналары ярыла башлаған.
Юрий федоров, Жуковский урамының 21 а йортонда йәшәүсе: «Өйҙәрҙә бик һыуыҡ. Ҡалын итеп кейенеп йөрөргә тура килә. Хәҙер был йортто емереп яңыһын төҙөргә генә ҡала. Миңә 76 йәш. Бер үҙем бер ни ҙә эшләй алмайым».
Әүҙем төҙөлөш барған майҙан тирәләй сүп-сар өйөлгән. Бетон плиталарҙы ташыусы кран көн һайын кешеләр йәшәгән йорт өҫтөнән йөрөй. Электр сымдарына тейеп уларҙы өҙөү ҡурҡынысы ла юғары.
Төрлө ойошмаларға яҙған хат-ялыуҙарыбыҙҙың иҫәбе-һаны юҡ. Төҙөлөш фирмаһына өс мең һум штраф һалып сүп-сар өйөмөн таҙартырға ҡушылғайны. Әммә бер айҙан һуң төҙөлөш  яңынан башланды.Беҙҙе хәүефһеҙ ергә күсереү  хаҡында бөтөнләй оноттолар.
Андрей Старухин , Жуковкский урамының  21 а йортонда йәшәүсе: «Аҡсалата ла алырға риза инем, әммә миңә беҙ һеҙҙе күсермәйәсәкбеҙ, һеҙ беҙгә ҡамасауламайһығыҙ. Беҙҙең төҙөлөш өсөн рөхсәт бар, тинеләр».
Төҙөлөштө йәйелдергән компанияла күршелә йәшәүсе халыҡты  Өфөнән 30-40 cаҡрымда урынлашҡан  Жуков, Михайловка ауылдарына күсерергә килешәләр. Әммә шәхси йорт хужалары  риза булмай.
Камил Мансуров: «Беҙ был объектты күсереү буйынса ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ, һөйләшеүҙәр үткәрәбеҙ. Әммә финанс ауырлыҡтар мәсьәләне тулыһынса хәл итергә мөмкинлек бирмәй. Яҡын арала уртаҡ ҡарарға килербеҙ тип уйлайым».
Хоҡуҡ белгестәре фекеренсә, был эш төҙөлөш ҡанундарына тап килмәй. Халыҡтың хоҡуҡтары тупаҫ боҙола, ғүмеренә һәм һаулығына ҡурҡыныс янай.  Хоҡуҡ белгестәре милек хужаларын яҡлап сығыш яһай.
Валерий Шәрипов, юрист: «Әлеге ваҡытта ғариза менән судҡа мөрөжәғәт итергә кәрәк. Уның өсөн  һүтелә  торған йорттарға экспертиза үткәреп, компенсация күләмен билдәләргә кәрәк».
Шәхси йорттарҙа йәшәүселәр судҡа мөрөжәғәт иткән һәм был эш буйынса тәүге тыңлауҙарҙы көтә.  Жуковский урамының шәхси секторында йәшәүселәр аяҡ аҫтына ҡарамай,  ауыр бетон плиталар өҫтәренә ҡоламаһын өсөн  бейек кран ултырған нөктәне күҙәтеп атларға мәжбүр.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика