Бесәй, йә эт урынына тәлмәрйен, үрмәксе һәм йөҙләгән Мадагаскар тараҡандары

Бесәй, йә эт урынына тәлмәрйен, үрмәксе һәм йөҙләгән Мадагаскар тараҡандары 04.03.2015

Өфөлә йәшәүсе 31 йәшлек Роман Дрозденко экзотика менән күптән түгел мауығыуына ҡарамаҫтан, уның коллекцияһында үрмәксе генә ике тиҫтәнән ашыу. Экзотик йән эйәләрен үҙ итеүсе әйтеүенсә, төрлө холоҡло хайуан-бөжәктәрҙе өй шарттарында бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ тәрбиәләргә мөмкин.  

Роман Дрозденко: «Экзотика менән ҡыҙыҡһыныу минең игуана кеҫәрткеһенән башланды. Һуңынан огама, артабан коллекциямды төрлө үрмәкселәр тулыландырҙы. Уларҙы тәрбиәләргә кәрәк булғас, тараҡандар алдым. Күреүегеҙсә, йортта бер ниндәй ҙә сәйер еҫ юҡ. Барыһы ла таҙа һәм бөхтә».
Һуңғы йылдарҙа халыҡ экзотикаға күпләп өҫтөнлөк бирә башланы. Был йәһәттән сит илдәрҙән рөхсәтһеҙ сик аша ниндәй ҙә булһа хайуан, бөжәктәр индереү ҙә етди контролгә алынды. Белгестәр, экзотикаға ныҡлап тотонорға теләүселәрҙе ябай ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға саҡыра. Сөнки уларҙы дөрөҫ тәрбиәләмәү арҡаһында күңелһеҙ хәлгә тарыуың да ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика