«Беренсе синыф уҡыусыһы – кардиолог»

«Беренсе синыф уҡыусыһы – кардиолог» 25.08.2014

Бөгөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Беренсе синыф уҡыусыһы – кардиолог» хәйриә акцияһы үтте.

Сарала 21-се дауахана хеҙмәткәрҙәренең балалары, Республика кардиология үҙәге, «Мәрхәмәт» хәйриә фонды, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йорто тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Әкиәт геройҙары театр фойеһында балалар өсөн төрлө уйындар, күңел асыу саралары ойошторҙо. Шуларҙың береһе - гимнастика. Акцияла ул төп күнекмә булды.
Сара сиктәрендә ата-әсәләр иғтибарына йәш мода оҫталары спорт костюмдары тәҡдим итте. Өфө трикотаж фабрикаһы хеҙмәткәрҙәре  Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йортонан беренсе синыфҡа барасаҡ уҡыусыларҙы бушлай мәктәп костюмдары  менән бүләкләне. Акция һуңында ойоштороусылар һәр балаға төрлө тәмлекәстәр, мәктәп кәрәк-яраҡтары тапшырҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика