Беренсе донъя һуғышының йылъяҙмаһы һалдат дәфтәрендә

Беренсе донъя һуғышының йылъяҙмаһы һалдат дәфтәрендә 30.07.2014

Батша ғәскәре яугире Иҙиәтулла Замановтың хәтирә китабын туғандары ҡәҙерләп һаҡлай. Беренселәрҙән булып һалдат яҙмаларын тап беҙҙең ижади төркөм барып күрҙе. Көндәлек биттәрен рядовой Заманов яу яланында тултырған. Унда тарих бер ниндәй үҙгәртеүһеҙ сағыла.

Олатаһының ҡәберен эҙләп табыу Гүзәлиә Асҡарова өсөн һынауға әйләнә. Ҡандра ауылының иҫке зыяраты бөтә яҡтан да ағас һәм ҡыуаҡтар менән уратылып алынған. Ҡатындың олатаһы Иҙиәтулла Замановҡа ла Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ошондай һуҡмаҡтарҙы күп тапарға тура килгәндер. Утты-һыуҙы кисеп ҡайтҡас, олатайымдың донъяға ҡарашы бөтөнләй үҙгәрә, тип хәтерләй ҡатын.
Ғаиләнең яугир олаталарына бәйле иң төп хәтирәһе - рядовой Замановтың көндәлеге. Бәләкәй дәфтәргә ул һуғыштың тәүге көнөнән 1925 йылға - плендан әйләнеп ҡайтҡанға тиклем күргәндәрен теркәп барған. Ҡайһы бер хәтирәләр поэтик формала яҙылған. Тотҡонда үткән 7 йыл батша осорондағы Рәсәй һалдатының донъяға, йәшәйешкә ҡарашын да үҙгәрткән.  
Туғандары хәтерләүенсә, плендан Иҙиәтулла Ҡотлозаман улы икенсе кеше булып ҡайта. Билдәле булыуынса, ул немец ғаиләһендә хеҙмәткәр вазифаһын үтәй, унда күп нәмәгә өйрәнә. Тыуған яғына ҡайтҡас, ул ҡайһы бер хужалыҡ алымдарын үҙ ерендә ҡуллана башлай.
Пленда булған ваҡытта рус һалдаттарына Германия, Францияла ҡалырға  тәҡдим итәләр. Иҙиәтулла Заманов иһә ғаиләһе, туғандары янына ашҡына. Уның һағышы көндәлегендә асыҡ сағылған. Хәҙер был тойғолар менән яугирҙың дүртенсе быуын ейәндәре таныша ала.
Башта ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған көндәлеген ветеран үҙ ҡулдары менән 1953 йылда күсереп яҙа. 87 битлек хәтирәләр дәфтәре һуңғы битендәге нәҫеленә мөрәжәғәт "яҙғандарымды уҡып мине иҫкә алығыҙ", тип тамамлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку