Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта, йәки водитель булырға бер ҡасан да һуң түгел! 10.09.2015

Һикһән йәшлек Наилә Зыязетдинова  водитель танытмаһы алырға хыяллана. Әле ул автомәктәптә уҡып йөрөй.  Машина һатып алырға йыйына. Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған өлкән кешегә ниңә руль артына ултырырға кәрәк булған?  

Наилә Ғәззәли ҡыҙы автодромда унынсы тапҡыр. Әле ул еңел автомобиль менән идара итеү серҙәренә төшөнә. Машина автомат ҡумталы. Алда тағы унлап дәрес һәм имтихан тапшырырға кәрәк буласаҡ. Туғыҙынсы  тиҫтәне ваҡлағанда тимер атты йүгәнләү еңелдән түгел, әммә ул тырыша. Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен дә ятлаған.    
Буласаҡ водитель  Өфө районында йәшәй. Бынан утыҙ йыл элек  Ҡаҙағстанда саҡта машина йөрөтөп ҡараған. Әммә ул ваҡыттағы   ҡалалар менән хәҙергеһен сағыштырырлыҡ түгел. Мыжғып торған урамдар, юлдағы тығындар ҙа уны ҡурҡытмай.   Еңел автомобилдә йөрөргә тәжрибәле инструктор өйрәтә. Быға тиклем етмеш йәшлектәр менән эшләгәне  булған. Автомәктәпкә   һикһәнен тултырған  кешенең килеүе тәүгеһе.  
Андрей Мкрытчев, водителдәрҙе уҡытыусы: «Йәш курсанттар менән сағыштырғанда уға бөтә нәмә  ауырыраҡ бирелә. Әммә ул ныҡ тырыша, шуға  яҡшы килеп сыға. Ҡайһы бер йәштәр ҙә уның  кеүек булдыра алмай әле».  
Наилә Зыязетдинова ултырған машинаны    боролоп ҡарап ҡалалар . Руль артына ултырырға теләгән кешене  бер нимә лә туҡтата алмай. Ә йәштәрҙең быға үҙ ҡарашы.
БЛИЦ
-Был йәштә ниңә уҡырға!?
- Әгәр һаулығы ҡаҡшамаған икән, күҙҙәре күрһә, иң мөһиме теләге булһа, ниңә, мөмкин!
-Юҡ, минең уйымса, илле-алтмыш йәштән һуң кешенең  юлдағы хәлдәргә реакцияһы  түбәнәйә, күҙҙәре лә насарыраҡ күрә, мин өлкәндәрҙең руль артына ултырыуына ҡаршымын.  
Илдең һаулыҡ һаҡлау Министрлығы ҡарарына ярашлы водитель танытмаһын ун ете-  ун һигеҙен тултырған һәр кемдең алырға хоҡуғы бар. Йәш ололоғо сикләнмәгән. Наилә Зыязетдинова ла тиҙҙән баш ҡала урамдары буйлап  еңел автомобилдә елдерер әле. Тототлған булһа ла автомат ҡумталы  сит ил автомобилен һатып алырға хыяллана. Һуңғы ваҡытта долларға хаҡ артыу сәбәпле яңыһына пенсия етмәҫ, ти.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика