Бер туғандар торлаҡ бүлешә алмай

Бер туғандар торлаҡ бүлешә алмай 12.01.2016

Беҙҙең редакцияға Ауырғазы районының Ҡорманай ауылынан Флүрә Ғәббәсова мөрәжәғәт итте. Ҡатын әсәһенең мираҫҡа ҡалдырған йортон бер туған апаһы тартып алыуына зарлана. Бынан тыш, ханым яҡындарын әсәһенең аҡсаһына һатып алынған фатирҙы үҙләштереүҙә лә  ғәйепләй.

Әсәләре иҫән саҡта Флүрә һәм Рәфҡәт Ғәббәсовтар был йортҡа ремонт яһай. Өйҙө ҙурайтып, һыу менән газ үткәрәләр. Флүрә ханымдың әсәһе тыл ветераны булғанлыҡтан, уның ризалығы менән торлаҡ һатып алыуға бер миллион һумлыҡ сертификат та юллайҙар. Тик документты ҡулға алып, уны фатирға алыштырғас проблемалар башлана.  Стәрлетамаҡта һатып алған фатирға туғандары ла дәғүә итә башлай.
Флүрә Ғәббәсова, зыян күреүсе: «Әсәйем миңә дарственный яһаны. Март айында әсәйемде апайым күҙенә операция яһайым тип бөтә документтар менән алып ките».
Флүрә Ғәббәсова әйтеүенсә, Стәрлетамаҡтағы фатирҙы бүлешеү өсөн уға район судынан саҡырыу килә. Суд, мөлкәтте бүләк итеү документы булғанлыҡтан, торлаҡты Флүрә Тимерғәли ҡыҙына ҡалдыра. Ләкин ханымдың яҡындары Башҡортостан Юғары судына мөрәжәғәт итә. Унда документ ғәмәлгә яраҡһыҙ, тигән ҡарар сығарыла. Был судта Флүрә Ғәббәсованың әсәһе лә ҡатнаша. Күрәһең, оло йәштәге ҡатын, суд ҡарарына ҡаршы килмәй. Әсәһенең был ҡылығын, Флүрә Ғәббәсова  уға өлкән ҡыҙҙарының баҫым яһауы менән аңлата. Бынан тыш, әсәһенең йортон да апаһы үҙенең исеменә яҙҙырып, рәсмилләштереп ҡуя.
Күршеләре Флүрә ханым тураһында насар һүҙ әйтмәһә лә, апайҙары кире фекерҙә. Улар беҙҙең ижади төркөм менән осрашыуҙан баш тартты. Телефон аша бәйләнешкә ингәндә Флүрә Ғәббасованың әсәһен ҡыуып сығарыуы, ҡарамауы тураһында белдерҙе.
Флүрә Ғәббәсованың тыуыу тураһында таныҡлығында әсәһенең исеме дөрөҫ яҙылмауы  проблеманы тағы ла ҡуйырта. Сетерекле мәсьәләгә суд ҡына аныҡлыҡ индерә аласаҡ.  Мираҫ бүлеү законға таянып башҡарыла. Ләкин, инде мәрхүм әсәләре  бүләген алыу өсөн Флүрә ханыма үҙенең апалары менән бер туған булыуын дәлилләргә тура киләсәк. Ҡасандыр күмәкләп төшкән ғаилә фотоһындағы матур саҡтары һағынып иҫләргә генә ҡалған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку