Бер нисә минут элек Өфө аэропортына Дондағы Ростовтан ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының сираттағы махсус борты төштө

Бер нисә минут элек Өфө аэропортына Дондағы Ростовтан ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының сираттағы махсус борты төштө 05.08.2014

Пассажирҙарҙың барыһы ла Украиналағы һуғыштан ҡасып Рәсәйгә һыйыныусылар. 110 кеше араһында 35 бала, ҡатын-ҡыҙҙар, оло йәштәгеләр һәм инвалидтар  бар. Донецк һәм Луганс өлкәһендәге хәрби бәрелештәрҙән ҡасып килеүселәрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығының эшсе төркөмө ҡаршы алды.

Мәжбүри күсенеүселәр тәүҙә «Сәләмәтлек шишмәһе» профилакторийына туҡталды. Уларға кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтелде. Йылы аш, кейем-һалым тәҡдим ителде. Ҡасаҡтарҙың барыһы ла яҡын арала Октябрьский ҡалаһындағы ваҡытлыса пунктҡа урынлаштырыласаҡ. Әле республикала Украинанан күсенергә мәжбүр булған  2 мең 300 ҙән ашыу кеше иҫәпләнә. Федераль квотаға ярашлы, Башҡортостанға 5 мең ҡасаҡ урынлаштырыу ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку