Бер ниндәй мәшәҡәтһеҙ һәм сиратһыҙ - паспорт алырға, табибҡа яҙылырға, балалар баҡсаһына, хатта ЗАГС-ҡа ғариза бирергә мөмкин

Бер ниндәй мәшәҡәтһеҙ һәм сиратһыҙ - паспорт алырға, табибҡа яҙылырға, балалар баҡсаһына, хатта ЗАГС-ҡа ғариза бирергә мөмкин 29.06.2017

Был хеҙмәттәр хәҙер Берҙәм дәүләт порталы аша күрһәтелә.

Аэлита менән Дмитрий өсөн был йәй айырыуса иҫтәлекле. 5 августа йәштәр никахтарын теркәй. Буласаҡ кәләш бындай үҙенсәлекле тәҡдимдән баш тарта алманым тип билдәләй.
Аэлита Шәмсетдинова: «Һөйгәнем тәҡдимде Дәүләт хеҙмәте сайты аша яһаны. Миңә был хаҡта хәбәр килгәс, Дмитрийҙың тәҡдимен ҡабул итеүемде раҫларға тейеш инем. Кире осраҡта никахыбыҙҙы Дәүләт хеҙмәте сайты аша теркәй алмаған булыр инек. Был бик уңайлы».
Сервистың уңайлыҡтарын ғариза биреүселәр генә түгел, ҡабул итеүсе яҡ та юғары баһалай. Өфө ҡалаһы ЗАГС-тары интернет порталдың өҫтөнлөктәрен һынап өлгөргән дә инде.
Бөгөн сервис хеҙмәте менән теләге булған һәр кем файҙалана ала. Тик һөҙөмтә ыңғай булһын өсөн мотлаҡ күрһәтмәне үтәргә кәрәк.
Розалиә Ильясова, Башҡортостан мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһының эш итеү мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты әйҙәүсе белгесе: «Ғариза бирер өсөн кейәү кешегә дәүләт пошлинаһын түләргә кәрәк. Бының өсөн статусты күҙәтеп барыу шарт, әгәр ҡаралама тип яҙыла икән, тимәк, һеҙ нимәнелер эшләп еткермәгәнһегеҙ. Ихтимал... дәүләт пошлинаһын түләмәгәнһегеҙ йәки ғариза ғаризағыҙ китмәгән. Ғариза ведомство тарафынан ҡабул ителә.. Был әлеге хеҙмәтте күрһәтеү өсөн төп шарт булып тора».
Дәүләт хеҙмәте. нөктә. РУ. дәүләт хеҙмәтен электрон төрҙә тормошҡа ашырырға ғына ярҙам итмәй, ә тормош-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә белешмә-мәғлүмәт булып та тора. Портал иң көнүҙәк талаптарға яуап биреүе менән отошло. Шулай уҡ ул үҙенең ҡулланыусыларына «интернет» селтәрендә
файҙалы һылтанмалар ҙа бирә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика