«Берҙәм Рәсәй» партияһының реаль эштәр проекты Өфөнөң Совет районын төҙөкләндереүгә лә ҙур өлөш индерә

«Берҙәм Рәсәй» партияһының реаль эштәр проекты Өфөнөң Совет районын төҙөкләндереүгә лә ҙур өлөш индерә 05.11.2015

Әй урамында асылған балалар майҙансығы быға асыҡ дәлил. Эргә-тирәлә йәшәүсе халыҡтың депутаттарға  ғаризаһы нигеҙендә бында заманса уйын майҙансығы сафҡа инде.

Ошо көнгә тиклем был тирәлә балалар майҙансығы булмау сәбәпле, ҡыҙҙар-маалйҙар күрше йорттарға уйнарға йөрәгән. Үҙҙәрендә заманса майҙансыҡ асылыу олоһо-кесеһе өсөн ҙур ҡыуаныс. Айырыуса күмәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең шатлығының сиге юҡ.
Әй урамының 75-се йорто алдында төҙөлгән майҙансыҡ хәүефһеҙ һәм сағыу төҫтә. Өлкәндәргә балалары өсөн хафаланырға түгел. Бөтә майҙансыҡ ус төбөндәге кеүек һәр яҡтан күренеп тора.
Бынан ары был ихатала йәшәүсе балалар буш ваҡытын компьютерға текләп үткәрмәҫ. Майҙансыҡта уҡыуҙан ҡайтышлай кесе йәштәге мәктәп уҡыусылары ла туҡталып, саф һауала уйнай ала.
Балалар майҙансығы бында йәшәүсе ата-әсәләрҙең депутаттарға мөрәжәғәте нигеҙендә төҙөлгән. Уны төҙөүгә һәм йыһазландырыуға   250 мең һум аҡса бүленгән. Өфөнөң Совет районында тағы ла  ошондай уҡ 13 майҙансыҡ сафҡа инәсәк. Балалар майҙансығы булмаған башҡа йорттарҙа йәшәүселәр ҙә үҙҙәренең балалары өсөн  уйын майҙансыҡтары төҙөтөүҙе һорап  урындағы власть вәкилдәренә мөрәжәғәт итә ала. Мөрәжәғәт реаль эштәр проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика