«Берҙәм Рәсәй» партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең «Реаль эштәр» проекты дауам итә

«Берҙәм Рәсәй» партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең «Реаль эштәр» проекты дауам итә 24.07.2015

Илеш районында был программа буйынса бер нисә объект төҙөкләндерелә. Төбәккә  1 миллион 800 һум  аҡса бүленгән.   Һәр ауыл  биләмәһенә  84 мең  тура килгән.  Үрге Йәркәйҙә урам аша үткәүелдәр  төҙөләсәк, бер нисә ауылда хоккей майҙансыҡтары   эшләнәсәк,  зыяраттар кәртәләнәсәк. Андреевка  ауылында янғын һүндереү бүлеге бинаһы булдырыла, Дөмәйҙә йылға аша йәйәүле күпер төҙөкләндерелә. Рсайҙа һыу һурҙырыу ҡоролмалары алыштырыласаҡ, ә Үрмәттәр һуңғы йылдарҙа  халыҡтың яратҡан урынына әйләнгән   шишмә эргәһен тәртипкә килтерә.

Һалҡын шишмәнең сылтырауына тимер иреткән, ҡаҡҡан тауыш ҡушыла. Үрмәт ауылы биләмәһенә ҡараған был урында шишмә ун биш йыл тирәһе элек трактор менән ер эттергәндә урғылып ер аҫтынан килеп сыҡҡан. Оҙаҡ йылдар ул ҡарауһыҙ ятҡан. Сығанаҡҡа төшөү урыны текә, уңайһыҙ. Тиҙҙән был урын танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк, ти эшселәр.
Шишмә эргәһен төҙөкләндереү  Берҙәм Рәсәй партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең  «Реаль эштәр» проекты ярҙамында башҡарыла. Бүленгән аҡсаны  тап ошо урынды тәртипкә килтереүгә йүнәлтеү осраҡлы түгел.  Был шишмәнең һыуы изге  тиҙәр.
Шишмәгә тиклем тотоноп төшөү өсөн торбалар беркетелгән. Әле эшселәр арғы яҡҡа сығып йөрөү өсөн күпер һала.  Бүленгән аҡса сығанаҡ яны  кәртәләргә,  өҫкө яҡтан ҡыйыҡ менән ябырға һәм эргәһендә һөйләшеп, ял итеп ултырыр өсөн урындар булдырырға ла етә.  
Сығымдар бүленеү менән  ауыл халҡы дәррәү  эшкә тотонған. Проект ярҙамында Рсай ауылында  һыу башняһының  идара итеү будкаһы төҙөкләндерелгән. Киләсәктә һыу һурҙырыу ҡоролмаларын тотошлай  алмаштырыу күҙаллана.
Бер ауыл биләмәһе өсөн һикһән дүрт мең әллә ни күп тә түгел, әммә күптән ҡул теймәй ятҡан эштәрҙе ғәмәлгә ашырыу өсөн ярап ҡалды, ти урындағылар.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку